12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ер йөҙөнөң гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙа» әҙәби сараһы

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә  8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар  көнөнә арналған «Ер йөҙөнөң гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙа» исемле  байрам сараһы үткәрелде.

Яҙ ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә һәм йәнләнә.

Байрам  сараһына китапхананың иң әүҙем китап уҡыусы әсәйҙәр, изге күңелле өләсәйҙәр, ҡәртәсәйҙәр һәм йәмәғәт эштәрендә  ихлас күңелдән ҡатнашыусылар саҡырылды.

Доньяның рәхәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе һөйөклө әсәйҙәргә  рәхмәт хистәребеҙҙе еткереп һаулыҡ-сәләмәтлек, йорттарына именлек-бәрәкәт теләп, изге теләктәр менән үрелеп барҙы әҙәби сара.

Байрам кәйефе өҫтәп, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Искәндәр Файзуллин ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө «Мәғри» һәм бейеү көйҙәренә теҙмә башҡарып   күңелдәрен күтәрҙе.

Сараны дауам итеп, ҡатнашыусылар  «Һөнәрҙәр иленә сәйәхәт» иттеләр. «Зәңгәр экрандар» аша алып барыусыларҙың  ҡотлауҙар ҡабул иттеләр. «Рәссәм» булып   һүрәттәр төшөрҙөләр, сәхнәлә актрисалар ролендә лә үҙҙәрен һанап ҡаранылар, бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып  «Әсәйемә», «Ҡыҙыма» исемле шиғырҙар ижад итеп үҙҙәрен талантлы әҙибә итеп таныттылар.

Шулай уҡ, үҙенең ҡул эштәре менән төрлө конкурстарҙа, район  кимәлендә уҙғарылған  сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан күптән инде үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән, мәғәриф хеҙмәте ветераны  Нәйлә Лоҡман ҡыҙы Урманова  оҫта ҡулдары тыуҙырған, ижад күргәҙмәһендәге биҙәүестәренең  эшләнеү серҙәре менән  бүлешеп үтте. Заманға ярашлы ҡатын -ҡыҙҙар кейеменә биҙәлеш өҫтәгән хәситәнең икенсе төрө таҫма рәүешендә эшләнгән зауыҡлы әйберенең  тегелеше ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да илаһираҡ зат юҡ. Китапхана хеҙмәткәрҙәре байрам сараһына арналған «Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана»   исемле китап күргәҙмәһенә ҡуйылған Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова, Кәтибә Кинйәбулатова һәм башҡа яҙыусыларҙың шиғыр йыйынтыҡтары, «Башҡортостан ҡыҙы» ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн ижтимағи-сәйәси, әҙәби-нәфис  журналынан уңғандар, һуң түгел, бер мәсьәләгә ҡараш  бүлектәре менән танышып үттеләр. Мәғәриф хеҙмәте ветераны Мәрйәм Ниғәмәт ҡыҙы Хәйҙәрова  әсәһенән өйрәнеп ҡалған фәһемле, донъяға ярашлы  ҡараһүҙен һөйләне.

Сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе лә ғәиләләрендә сағыу мәлдәрҙең күберәк булыуын, донъяларҙың имен тороуын теләп, изге уйҙа  таралыштылар.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.