«Башҡортостан – гүзәл илем!» китап күргәҙмәһе
25 февраль көнө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Башҡортостан – гүзәл илем!» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул ителә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе — яңы флаг раҫлана.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы тураһында законында флаг төҫтәренең мәғәнәһе асыла: йәшел төҫ – азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ – республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; зәңгәр төҫ – уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын, ғәҙеллекте, күк йөҙөн белдерә.
Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡорт халҡының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Китап күрәгҙмәһендә «Башҡортостан – Республика моя», «Республикам минең, Башҡортостан!», Зәйтүнә Ханованың «Илкәйем» нәфис документаль баҫмалар тәҡдим ителә. Рәис Рәхимйән улы Ҡотошов һәм Илгиз Фәтхулла улы Байковтың «К истории Государственной символики Башкортостан» китабында боронғо башҡорттарҙың тамғаларынан Башлап Башҡортостан Республикаһы флагы, гербы һәм гимнына тиклем дәүләт символикаһының күп быуатлыҡ үҫеш тарихын асыусы материалдар тупланған, китап белешмә характерҙа: геральдика тарихы менән шөғөлләнгән тикшеренеүселәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм уҡытыусылар, журналистар, рәссамдар һәм киң ҡатлам китап уҡыусылар өсөн иҫәпләнгән.
Бөгөн иһә Дәүләт флагы — республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ атрибуты. Ул илдең төрлө төбәктәрендәге республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә лә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларҙың юлдашы.