12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Тыуған телем – моңло көйөм» әҙәби сара

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 7г  класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле дәресендә Гөлшат Дамир ҡыҙы Узбекова менән берлектә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Тыуған телем – моңло көйөм» исемле әҙәби сара үткәрҙе.

Туған теле арҡаһында һәр кем үҙ халҡының күңел хазинаһын – илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә.

Әҙәби сара халыҡ-ара туған тел көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихы менән танышыу, телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға кәрәклеген төшөндөрөү маҡсаты менән ойошторолдо. Уҡыусылар тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә белемдәрен һанап ҡарар өсөн «Тапҡырҙар» һәм «Зирәктәр» командаһына бүленеп башҡорт халыҡ ижады буйынса мәҡәлдәрҙе дауам итеп, йомаҡтар иленә сәйәхәт иттеләр,  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры  аша телебеҙҙең бәҫен, тәмен тойҙолар.

Милләтте берләштереүҙә, башҡа халыҡтар менән үҙ-ара дуҫ, татыу, хеҙмәттәшлек итеп йәшәүҙә тел, мәҙәниәт ғәҙәттә ҙур урын алып тора. Уҡыусылар «Телем минең – рухи байлығым» исемле викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр. Тел байлығының бөтә матурлығын сағылдырған, халҡыбыҙ ҡомартҡыһы серле квадрат эсендәге һүрәттәрҙән башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен төҙөнөләр. Йәшерелгән һүҙ эсендәге  хәрефтәрҙе  алыштырып яңы һүҙҙәрҙе уҡынылар.

Телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн үткәрелгән «Тел бәйгеһе» ярышы бик йәнле барҙы, һәр уҡыусы  ихлас күңелдән  ҡатнашты.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге,  Рәмилә Файзуллина.