«Туған телем – ғәзиз телем» әҙәби сара
19 февраль үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 3-сө һанлы полилингваль күп профилле Аҡъяр урта мәктәбе уҡыусылары өсөн, башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Айгөл Рәшит ҡыҙы Рәсембәтова менән берлектә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Туған телем- ғәзиз телем » тип аталған әҙәби сара үткәрҙе.
Донъяла һәр халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән, бер булмышы бар. Ул – тел. Тел халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше.
Бөтә донъя туған телдәр көнөнә арналған әҙәби сарала уҡыусылар халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың «Үҙ телемдә һиңә өндәшәм» исемле туған телмәребеҙҙең моңон данлаған шиғырын тыңланылар. Райондан сыҡҡан яҡташ яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ һәм быйылғы йылда юбилейҙарын билдәләгән күренекле башҡорт яҙыусыларының тормошо һәм ижад юлдары менән танышып «Әҙәби әҫәрҙәре буйлап» сәйәхәт иттеләр. Шулай уҡ, һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, яҡтыртып барған ваҡытлы матбуғат баҫмалары менән танышып үттеләр.
Сараны дауам итеп, уҡыусылар «Минең туған телем» исемле викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр. «Телде үҫтергән — илде үҫтерер»,- ти халыҡ мәҡәле, ошо мәҡәлгә таянып үҙ телебеҙҙә күберәк аралашырға һәм әҙәби китаптарҙы күберәк уҡырға тигән изге ниәт менән тамамланды әҙәби сара.
Әһәмиәтле датаға ҡарата китапханала «Теле барҙың- иле бар» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмәлә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе,башҡорт шиғриәтенә, башҡорт теле үҫешендә тос өлөш индергән, атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдиновтың «Аҡмулла», Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың «Башҡорт әҙәби теле тарихы», Ғайса Хөсәйеновтың «Башҡорт халҡының рухи донъяһы», Нәғим Ишбулатовтың «Башҡорт теле һәм уның диалекттары» исемле китаптары һәм башҡа шағирҙарҙың китаптары урын алған.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте әһм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.