Китап алһаң ҡулыңа – нур һибелер юлыңа
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге һәр йылда ла китапханаға килергә сәләмәтлек мөмкинлеге булмаған хеҙмәт ветерандарының өйҙәренә барып рухи аҙыҡ менән хеҙмәтләндереүен дауам итә.
Китап уҡыған кешенең күңеле таҙарына, ундағы ваҡиғалар, геройҙар һәр ваҡыт изгелеккә өндәй, тормоштоң матурлығын күрергә, яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәтә.
Беҙҙең өлкән быуын уҡыусыларыбыҙ ваҡытлы матбуғат баҫмаларынан ҡатын-ҡыҙҙар, ғәилә өсөн әҙәби – нәфис «Башҡортостан ҡыҙы» журналында «Әҙәби балҡыш», «Йолаларҙа – йәшәү асылы», «Ауыл һулышы», Башҡортостан йәштәре журналы «Шоңҡар»ҙа «Оҫта ҡулдар», «Сәләмәтлек», «Шәп замандаш», әҙәби нәфис һәм публицистик «Ағиҙел» журналында баҫылған «Күңел ынйылары», «Уҙаман», «Сәсмә әҫәрҙәр»ҙе һәм мәҙәни-мәғрифәт «Бәрәкәт» журналында «Ағинәй һүҙе», «Илһам, динебеҙ нигеҙҙәре», «Нәсихәт» һәм башҡа фәһемле лә, үҙҙәренә кәрәкле лә яҙмаларҙы көтөп алалар, яратып уҡыйҙар.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина