«Их, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!»
Яңы йыл каникулдары-балалар өсөн иң күңелле һәм мауыҡтырғыс мәл.
3 ғинуар үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ял һәм мәҙәниәт паркында «Их күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулдар!» исемле балалар өсөн яңы йыл сараһы үткәрҙе. Балалар шыршы тирәләй әйләнеп йырлап- бейеп алдылар, викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр. Үткәрелгән, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы уйындарҙа, балалар үҙҙәренең етеҙлектәрен, тиҙлеген һәм сыҙамлыҡтарын күрһәтә алды. Сарала һәр кем бик ҙур теләк менән ҡатнашты.