«Яңы йылда яңы өмөттәр» исемле сара
24 декабрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә хеҙмәт ветерандары һәм «Беҙ бергә — көс» хәйриә фонды активистары өсөн «Яңы йылда яңы өмөттәр» исемле сара үткәрелде.
Үткәрелгән яңы йыл кисәһе мөғжизәләргә бай булды.Ҡыш бабай һәр кемдең күңеленә яңы өмөттәр бағлап, иң изге теләктәрен, киләһе йылдың уңышлы килеүен теләп ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Яңы 2026 йыл менән бәйле ырымдарға, юрауҙарға күҙ һалып үттеләр. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһелә шыршы янында үҙҙәренең күптәнге хыялдарының тормошҡа ашыуын һәм ҡыуаныстары менән бүлештеләр. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергәләшеп төрлө уйындарҙа ҡатнашып ихлас күңел астылар.
Сарала үтеп барған йылға, эшләгән эштәргә йомғаҡ яһап һәр кемебеҙҙең уйында тик бер теләк — илдә тыныслыҡ булыуын, мөғжизәле Яңы йыл байрамы барыбыҙға ла һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен тигән изге теләктәр менән тамамланды.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина