12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы» китап күргәҙмәһе

11  декабрь үҙәк район китапханаһының башҡорт  әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә  башҡорт теле  һәм күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улының тыуған көнөнә ҡарата «Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы»  исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле – халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы.

Китап күргәҙмәһендә башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, атаҡлы һүҙ оҫтаһы, башҡорт теле  үҫешендә ҙур роль уйнаған  Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улының  «Аҡмулла» исемле китабында әҙиптең шиғырҙары, мәҡәләләре, «Хикмәтле һүҙ» шиғри йыйынтығында билдәле шиғырҙары, тәржемә ителгәни  әҫәрҙәре, күренекле фольклорсы, әҙәбиәтсе һәм  тел ғалимы Әхнәф Ибраһим улы Харисовтың  «Мираҫ» китабында  ауыҙ тел ижады өлгөләре , «Халҡым теле -хаҡлыҡ теле» йыйынтыҡта үҙ телдәренең баһаһын белеүсе ҡәләм эйәләренең тапҡыр әйтелгән шиғырҙары тупланған китаптар урын алған.

Шулай уҡ,  билдәле фольклорсы, халыҡ сәсәне, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәеваның «Башҡорт сәсән мәктәбе» китабында башҡорт халыҡ тарихын, мәҙәниәтен, башҡорт һүҙен, аҡылын ҡәҙер итер кешеләргә тәғәйенләнгән аҡыллы фекерҙәр менән һәм башҡа китаптар менән танышып үтергә мөмкин.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина