12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китапхана өйгә килә

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге  китапханаға  килергә сәләмәтлек мөмкинлеге булмаған хеҙмәт ветерандарының өйҙәренә  барып, рухи аҙыҡ менән  хеҙмәтләндереүен дауам итә. Өлкәндәр араһында даими китап уҡыусыларыбыҙҙың булыуы  ҡыуаныслы, улар яңы матбуғат баҫмалары менән танышып, үҙҙәренә оҡшаған әҙәби китаптарҙы һайлап алып, уҡыған  әҫәрҙәренең  йөкмәткеһе  буйынса үҙ тәҫъораттары менән бүлешәләр.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған Гөлдәр Кадаева китапханасыларҙы һәр ваҡыт ихлас күңелдән ҡаршы ала.  Атай-әсәйһеҙ тороп ҡалғандан һуң,   шағирә һәм прозаик, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты,  «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова  тәрбиәһендә тәрбиәһендә  үҫеп,  китапҡа һөйөүе, әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға теләге, ынтылышы  көслө булыуы тураһында хәтирәләре менән бүлешеп  үтте.

Китаптар ярҙамында күңел тыныслығы, йәшәү дәрте алған ололарҙың  артабан да атыр таңдары тыныс, көндәре имен  булһын тигән  изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина