«Күңелең наҙҙары» әҙәби-музыкаль сара
27 ноябрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә кешелек донъяһына йәм биреүсе, аҡыллы фекерҙәре менән аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәргә арналған «Күңелең наҙҙары» исемле әҙәби музыкаль сара үткәрелде.
Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе һөйөклө әсәйҙәргә рәхмәт хистәребеҙҙе еткереп байрамға саҡырылған «Ағинәйҙәр» һәм китапхананың иң әүҙем китап уҡыусыларын ҡотлап, изге теләктәр менән үрелеп барҙы әҙәби сара.
Сараны йәмләп, район һәм республика кимәлендә ойошторолған йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, исемдәре моң һөйөүселәргә яҡшы таныш булған балалар ижады йортоноң вокал түңәрәге етәксеһе Иҙел Манишев «Был ғүмер», «Әллә ысынлапта» йырҙары, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, райондың һәләтле йәш йондоҙо Элина Ҡужагилдина башҡорт халыҡ йыры «Иҙел бит ул», «Мамочка, мама» (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Фәрит ҡыҙы) йырҙарын йырлап, күңелдәрҙе күтәреп, байрам кәйефе бүләк иттеләр.
Әҙәби сараны дауам итеп, «Әлләсе» телевизион уйыны уйнатылды, тапҡырлыҡ, отҡорлоҡ талап иткән фәһемле уйын бик күңелле һәм сәмле барҙы һәм һәр ҡатнашыусының да күңеленә хуш килде.
Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙҙарының әүҙемлегенең артыуы һәм уларҙың йәмғиәттә үҙ урынын табыуы, үҙенә ышанысы артыуы күҙәтелә. Сараға саҡырылған, мәғәриф хеҙмәте ветераны Нәйлә Лоҡман ҡыҙы Урманова оҫта ҡулдары тыуҙырған, күңеленә ятҡан эшенә бар талантын, йөрәк йылыһын һалып, шунан йәм табып шөғөлләнгән зауыҡлы ижад күргәҙмәһенең эшләнеү серҙәре менән бүлешеп, таныштырып үтте.
Сара һуңынан «Әсәйҙәр донъя йәме» исемле китап күргәҙмәһендә урын алған «Бәрәкәт» мәҙәни мәғрифәт журналынан яҙыусы, шәғирә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның « Бала » исемле хикәйәһен тыңланылар.
Бөгөнгө көндә беҙҙең һәр кемебеҙҙең уйында бертеләк, изге күңелле әсәйҙәр ҙә ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙҙең тыуғандарына имен-һау ҡайтыуҙарын теләгән яҡты уйҙары менән тамамланды әҙәби сара.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина.