«Тыуған ерем – илһам сығанағы» әҙәби сара
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Яңы – Ергән дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусылары менән берлектә «Тыуған ерем — илһам сығанағы» исемле әҙәби–музыкаль сарала яҡташыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан рус телендә нәшер ителгән «Седые ковыли» исемле китабының презентацияһы үткәрелде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Сергей Чекмарев, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Назар Нәжми исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың әҫәрҙәре халҡыбыҙҙы рухлы булырға, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе яратырға, үткәндәребеҙҙе онотмаҫҡа, фәһем алырға, бөгөнгөбөҙ өсөн борсолорға, киләсәккә ҡарап өмөт менән йәшәргә саҡыра.
Әҙәбиәтебеҙҙең күренекле ҡәләм оҫтаһы Ҡәҙим Аралбаевтың ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы, тыуған ерен ижады менән донъя кимәленә сығарған оло әҙип. Йыл да тыуған яғына ҡайтып, ерҙең рәхәтен тойоп, халыҡ менән аралашып, яңынан-яңы әҫәрҙәрегеҙ менән таныштырып, әленән-әле әҙәби осрашыуҙар үткәрелеп тора.
Әҙәби сарала Ҡәҙим Әбделғәлим улы ижадына байҡау яһап «Седые ковыли» исемле китабында тәүге тапҡыр шиғырҙары һәм поэмаларының киң күләмдә тәҡдим ителеүен, әҫәрҙәрендә тыуған еребеҙҙең һулышы, халҡыбыҙҙың яҙмышы, ата-бабаларыбыҙҙың рухы, оло мираҫы, үҙенсәлекле тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеге асыҡ сағылыуы тураһында бер нисә шиғырҙарын уҡып, йөкмәткеһе менән һәм йыйынтыҡтың тәржемәселәре менән таныштырып, ҡатнашыусыларға ҡултамғалар ҡуйып бүләк итте.
Шулай уҡ, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған атаһының яҡты иҫтәлегенә бағышлап яҙылған «Ут эсенән сәләм» исемле поэмаһына айырым туҡталып, хәтирәләргә бирелеп, яуҙаштары менән осрашып, тыуғандарынан һорашып, әсәһенең яҡты хәтирәләрен иҫенә төшөрөп, йылдар буйы яҙған поэмаһының уй кисерештәре менән бүлешеп үтте. Ҡәҙим Әбделғәлим улының шиғриәтендә атай, әсәй образдары мөһим урын биләп тора һәм тәрән мәғәнәгә эйә.
Сара барышында махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙең тыуғандарына сабырлыҡтар теләп, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡурынлашып, егеттәр тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтһындар- тигән изге теләктәрен еткереп Ҡәҙим Әбделғәлим улы ярҙам йөҙөнән үҙ өлөшөн индереп «Седые ковыли» исемле китабын яу ҡырындағы ир -егеттәр өсөн бүләк итте.
Әҙәби сарала ҡатнашыусы телебеҙҙе байытыр, рухлы Башҡортостан йәштәр «Шоңҡар» журналының биҙәлеш буйынса мөхәррире Айнур Миҙхәт ул Акилов журналдың йөкмәткеһе һәм рубрикаларына туҡталып, журналды алдырып, эстәлеге менән яҡындан танышыуҙарын теләне.
Әҙәби сараны биҙәп ҡурайҙа район мәҙәниәт йортоноң «Түңгәүер» ҡурайсылар ансамбль етәксеһе Фәнис Атанов «Урал» һәм «Маршрут» көйҙәрен башҡарҙы. Яҡташыбыҙҙың ижады менән ҡыҙыҡһынған Яңы -Ергән дөйөм белем биреү мәктәбе укыусылары Кәрим Рәхмәтов «Йыйыр ынйыларым», Данил Кәримов «Хәйбулла» һәм ауылдың «Ағинәйҙәр» ойошмаһы исеменән Айһылыу Таһирова «Әсәйҙең сәй япраҡтары» шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр. Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйфә Хәмидулла ҡыҙы Рәхмәтова менән әҙерләгән һорауҙарына аныҡ яуаптар алдылар.
Яҡташыбыҙҙың ижадына арналған «Минең тыуған яғым- минең тере тарихым» исемле китап күргәҙмәһендә урын алған китаптарындағы иҫтәлектәр, бағышлауҙар, әҙәби күҙәтеүҙәр, халыҡ ижадына, сәнғәткә ҡағылышлы яҙмалары менән һәр кем ҡыҙыҡһынып, яҡындан танышып үтте.
Сараны йомғаҡлап, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова Ҡәҙим Әбделғәлим улының рухлы ижады райондаштарыбыҙ күңелендә юғары урында тороуын, тыуған еренә ҡарата оло һөйөү йөрөткән арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың илһам ҡанаттары халҡыбыҙҙың күңел күген тағы ла оҙаҡ йылдар балҡытыуын, ижади осрашыуҙарҙың мөһимлеген, кәрәклеген еткереп именлектәр, уңышлыҡтар теләне һәм район халҡы исеменән ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина.