12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Һәр өйгә китап нуры

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт ветерандарының һорауы буйынса өйҙәренә  китаптар, ваҡытлы матбуғат алып барыуын дауам итә.

Бөгөнгө көндә китаптан айырылмай, уға тоғролоҡ һаҡлаған китап, гәзит-журналдар уҡырға яратыусы иң өлкән китап уҡыусыларыбыҙҙың  булыуы ҡыуаныслы. Эйе, китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан зиһене яҡты, күңеле көр, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән, хеҙмәт ветераны Гөлдәр Кадаева китап уҡырға ярата, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Ғәжәйҽп китаптар донъяһынан айырылмай, әҙәби китаптар менән бер рәттән ваҡытлы матбуғатты ла күҙәтеп бара.  Гөлдәр апай ваҡытында кешене дауалаһа, бөгөнгө көндә рухи яҡтан китаптар ярҙамында күңел тыныслығы, йәшәү дәрте алып, нурлы йөҙөндә бәхет сатҡыһы балҡый. Китапхана хеҙмәткәрҙәрен һәр саҡ ихлас күңелдән ҡаршы алып, үҙенең фекерҙәре менән бүлешә. Әҫәрҙәрҙе уҡып сыҡҡас, хәлемде белергә килгән  күрше тирәләр менән: «Бәхетле кешеләр хаҡында уҡып һөйөнәбеҙ, әсе яҙмышлылары менән бергә көйөнәбеҙ, ҡыҙыҡ-мәҙәктәр уҡып көлөшәбеҙ » — тип  үҙенең тойғолары, хәл-ваҡиғалары менән бүлешә.

Шулай уҡ, иң әүҙем китап уҡыусыларыбыҙҙың береһе Эльвира  Сәлмән ҡыҙы Бикбова китап алып ҡына уҡымай, бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, үҙенең күңеленә ятҡан яҙыусыларҙың шиғырҙарын ятларға ярата, һәр сарала ла һөйләп ишеттерә. Әҙәби китаптар менән бер рәттән ваҡытлы матбуғатты ла күҙәтеп «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Бәрәкәт »  журналдарының һәр яңы  һанын көтөп ала.

Яҡындарының ихтирамында, һабаҡташтары менән аралашып, ярҙамлашып йәшәгән Эльвира  Сәлмән ҡыҙы,  «Әҙәбиәт — күңелемдең иң түрендә ятҡан хазиналарҙың береһе » — тип, китап геройҙары хаҡында  үҙенең  тәьҫораттары менән бүлешеп үтә.

Китаптар ярҙамында күңел тыныслығы, йәшәү дәрте алған ололарҙың артабан да атыр таңдары тыныс, көндәре имен  булһын тигән  изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина