12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ғүмерҙең алтын көҙө» ял кисәһе

         Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә халыҡ-ара ололар көнөнә арналған изге күңелле «Ағинәйҙәр» һәм «Беҙ бергә – көс» хәйриә фонды активистары өсөн  «Ғүмерҙең алтын көҙө» исемле  ял кисәһе ойошторолдо.

         Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө — ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки оло йәштәгеләр сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелендә, уңыштарын барлап, тәжрибәләрен  йәш быуынға йомарт өләшеп бәхетле мәлдәрен кисерәләр.

         Бөгөнгө көндә быуындар бәйләнешен нығытыусы, милләтенә, тыуған халҡына, еренә, теленә йөрәгендә оло ихтирам йөрөткән өлкәндәребеҙ тик оло иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.

         Байрам уңайынан саҡырылған хеҙмәт ветерандары йәшлек йылдары буйлап сәйәхәткә сыҡтылар: 50-се йылдарҙан башлап 60-сы йылдар күренештәре, 70-се йылдар буйлап сәйәхәттәрен дауам итеп, ниһәйәт 80-се йылдарға ла килеп етеп йәш саҡтағы көй-моңдарҙы тыңланылар. Йылдар пәрҙәһен һүтеп, иҫтәлектәр, хәтерләүҙәр менән  бүлешеп үткәндәргә әйләнеп ҡайттылар.

          Шулай уҡ, хаҡлы ялдағы ирекмән Нәйлә Ғилмуллина  ҡул эштәре күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Күңел йылыһын һалып, ихлас күңелдән эшләгән ижад емештәренең кешеләр өсөн кәрәк булыуын  һәм эшләү  серҙәре менән бүлешеп үтте.

         Сарала ҡатнашыусылар илебеҙҙе яҡлаусы яугирҙәрең изге йөрәкле  әсәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтыуҙарын теләнеләр. Ауыр минуттарҙа һағыш минуттарынан, уй хистәренән  арындырыу   теләктәре менән  балалар ижад йорто директоры Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Боҫҡонова   «Күңел йылыһы», «Тормош йәме» һәм башҡа төрлө тренингтар  үткәреп күңелдәренә йылылыҡ, өмөт  ялҡындарын еткереп,  байрам кәйефе өҫтәне.

Байрам сараһына әҙерләнгән «Ғүмерҙең алтын сыуағы» исемле китап күргәҙмәһенә ҡуйылған Гүзәл Ситдиҡованың «Күсле ил – көслө ил», Гөлфиә Янбаеваның «Елле фекерҙәр елгә осмаһын», Ғәбит Садиҡовтың  «Фәһем шишмәһе» һәм башҡа китаптарҙа ололар теленән алынған тос фекерле тупланмалар менән танышып үттеләр.

Тормошобоҙҙа ошондай осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, тыныс тормошта йәшәргә насип итһен тигән изге уйҙар менән тамамланды  байрам  сараһы.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина