12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ризыҡ ҡото – ҡорот» — китап  күргәҙмәһе

16 август көнө «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этнофестивале байрамына ҡарата үҙәк район китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан   «Ризыҡ ҡото -ҡорот» исемле китап  һәм  балалар өсөн  ҡулланылған китаптар, канцелярия тауарҙары һәм уйынсыҡтар урын алған  «Дармарка» күргәҙмәһе ойошторолдо.

   «Ағы барҙың туғы бар», ти халыҡ  мәҡәле. Ысынлап та, халҡыбыҙ тормошонда борон-борондан аҡтан эшләнгән ризыҡ айырым урын алып торған. Башҡорт халыҡ аштарына күҙ  йүгертһәң, дауалау йәһәтенәндә бик файҙалы, витаминдарға ла бик  бай  ҡорот  һөттән эшкәртелә.

Ифрат шифалы ризығыбыҙ ҡороттоң файҙалы яҡтарын һанап бөткөһөҙ, халҡыбыҙҙың һаулығын нығытыуға һәм һаҡлауға ҙур ярҙамсы ла.

Китап күргәҙмәһендә  урын алған  Наил Сафиндың «Башҡорт аштары», Индүсә Арыҫланованың «Башҡорт кухняһы аштары» һәм «Башҡорт аштары», Мәрйәм Бураҡаевның «Тормош һабаҡтары» дәреслегендәге китаптарҙан  милли ризығыбыҙ ҡоротто эш итеү, уның файҙалы сифаттарын асыҡлау, әҙерләү серҙәренә төшөнөү, киләсәк быуынға файҙалы ашамлыҡтың мөһимлеге тураһында мәғлүмәттәр алып һәм  яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев ижад иткән «Ҡорот»  исемле шиғыры һәм башҡа яҙыусыларҙың  шиғыр юлдары  менән танышып үттеләр.

Шулай уҡ байрамдың төп геройы — милли ризығыбыҙ ҡоротто бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районы иң ҙур ҡорот йомғағын әүәләп, ил рекордын ҡуйған фото һүрәттәр менән һәр ҡыҙыҡһыныусыларға күҙәтеү үткәрелде.

Байрам сараһында  ҡатнашыусы, яҡташыбыҙ, күп йылдар инде Польшала йәшәгән этнограф, рәссам-иллюстратор һәм дизайнер, «Любизар «1-се Башҡорт атлы полкы» хәрби-тарихи клубы ағзаһы, тарихи реконструкцияларҙа ҡатнашыусы  Ғәлиәскәр улы Азат Кужин ҡыҙыҡһынып, күргәҙмә менән  танышып үткәндән һуң үҙенә кәрәкле  «Рус полководецтары» иллюстрацияланған ватан тарихы китабын алып, үҙенең фото рәссәмдәре менән биҙәлгән   «Национальная конница россии» Эпохи наполеоновских войн 1812-1814гг, китабын  беҙгә бүләк итте.

Китаптар – беҙҙең рухи донъябыҙҙың, аң – кимәлебеҙҙең көҙгөһө. Китап уҡыу — йән, күңел дауаһы. Күргәҙмәләге  һәр бер китап үҙенең эстәлеге менән арбап , балаларҙы китап менән дуҫ булырға саҡырып торҙо.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина