12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

 «Дуҫлыҡ монументы: халыҡтар берҙәмлеге символы»  китап күргәҙмәһе 

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Өфөлә Дуҫлыҡ монументы асылыуға 60 йыл тулыуға  ҡарата «Дуҫлыҡ монументы: халыҡтар берҙәмлеге символы» исемле   китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Дуҫлыҡ монументы — Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы  төҙөлгән.

         Ағиҙелдең текә ярында урынлашҡан һәйкәл ике халыҡтың мәңгелек дуҫлығын һынландыра. Монумент өс гранит ҡулса менән тоташтырылған ике вертикаль стела, уның ике яғында урынлашҡан башҡорт һәм рус ҡатындары һынынан ғибарәт. Бөгөн мемориал республикала йәшәгән барлыҡ милләттәрҙең берҙәмлеге символы булып тора.

         Монументтағы рельефтар башҡорт бейҙәренең рус подданлығын ҡабул итеү мәлдәрен, рус һәм башҡорт эшселәренең ҡул ҡыҫышыуын, сәнәғәт, фән, мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш символдарын һүрәтләй. Монументтың нигеҙенең диаметры 13 метр һәм бейеклеге 6 метр. Ҡатын-ҡыҙ һындарының прототиптары бар. Башҡорт ҡатын һынының моделе Зөһрә Моратова булған.

         Һәйкәлде асыу тантанаһында Мостай Кәрим ошондай һүҙҙәр әйтә: «Беҙ киләсәк быуындарға васыят ҡалдырабыҙ: Урал тауҙары торғансы, Ағиҙел йылғалары аҡҡансы, әсәйҙәр балаларын күкрәк һөтө менән туйҙырғансы — дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ байрағына тоғро ҡалығыҙ!» Дуҫлыҡ Монументы тап халыҡ берҙәмлеген, милләттәр дуҫлығын сағылдыра .

         Китап күргәҙмәһендә   Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың     «Дуҫлыҡ монументы» исемле шиғыры, Юрий Узиковтың  «Исторические памятники Уфы», Рамаҙан Әбүтәлиповтың «Мой башкирский народ», «Башкортостан – Республика моя», «Праздник братской дружбы» һәм  башҡа китаптар урын алған.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Рәмилә Файзуллина