«Ижад ялҡыны» китап күргәҙмәһе
18 июль үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, шиғриәт классигы, фольклорсы, драматург Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуровтың тыуыуына 145 йыл тулыуға ҡарата «Ижад ялҡыны» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Мәжит Ғафури 1880 йылдың 8 июлендә хәҙерге Ғафури районы Елем-Ҡаран ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Тәүҙә ауылында белем ала, аҙаҡ Троицк мәҙрәсәһендә Зәйнулла ишан ҡулы аҫтында уҡый. Ғәрәп, төрөк, иран, рус телдәрен өйрәнә, көнсығыш шиғриәте, классик рус әҙәбиәте, тарих һәм география менән ҡыҙыҡһына.
Тәүге шиғыры 1902 йылда баҫыла. Һуңғараҡ «Себер тимер юлы» поэмаһы ла донъя күрә.
Тәҡдим ителгән китап күргәҙмәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың донъя күргән әҫәрҙәре, «Фәҡирлектә үткән тереклек», «Өс повесть», «Күңелгә», «Чернолики» һәм башҡа китаптары урын алды.
Башҡорт әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафури балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй. «Ҡыҙҙарға махсус милли шиғырҙар» тигән китабында һәм «Яҡшы балалар», «Тырыш бала», «Ялҡау бала» кеүек башҡа шиғырҙарын да уҡыусылар яратып уҡый.
Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙары әлеге ваҡытта ла үҙенең актуаллеген юғалтмай, уларҙың тәьҫир көсө юғары кимәлдә һаҡлана. Китаптары йәш быуынды аң-белемле, тәрән ҡыҙыҡһыныусан, илгә кәрәкле, хеҙмәт һөйөүсән граждандар итеп тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирә.