12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Матур ғаилә – ил ҡото» китап күргәҙмәһе

Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаилә иң төп ҡиммәттәрҙең береһе һаналған. Тормоштоң ниндәй генә хәлдәрендә лә яҡындарыбыҙға һыйынабыҙ, уларҙан аңлау, аяу, йылы һүҙҙәр көтәбеҙ. Ошо уңайҙан 8 июль үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Матур ғаилә — ил ҡото» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Китап күргәҙмәһендә ғаиләнең йәмғиәттәге роле, ғаилә ҡанундарын, айырыуса бала күңеле, өлкәндәрҙең бала менән мөғәләмәһе, бала һәм ата-әсә араһында һаҡланырға тейешле йылылыҡ һәм бер-береңә ихтирам, тәрбиә һәм әхлаҡ нормалары тураһында, йәш ғаиләгә нәсихәттәр, кәңәштәр бирелә, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡабатланмаҫ характерҙар асыла. Күренекле яҙыусыларыбыҙ Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй», Гөлнара Мостафинаның «Ҡаяға һыйынған ҡайын», Фәнис Яруллиндың «Һау бул, һөйөү!»,  Заһиҙә Мусинаның «Килен», Хәйҙәр Тапаҡовтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге» һәм башҡа данлы шәхестәребеҙҙең китаптары урын алған. Был китаптар халыҡсан бай тел менән яҙылған, һәр китап уҡымлы, уҡыусыны уйландырырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.

«Матур ғаилә — ил ҡото» күргәҙмәһе аша китаптар менән дуҫ булайыҡ. Ғаилә менән китап уҡыу йолаларын ғаилә тәрбиәһе итеп алайыҡ!