«Мөғжизәләр иле-тыуған ерем» фольклор байрамы
26 июндә үҙәк район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле һәм ағинәйҙәр өсөн «Мөғжизәләр иле-тыуған ерем» исемле фольклор байрамы үткәрелде.
Оло быуын өсөн сәйәхәт, үҙенең хозур, бай тәбиғәте менән күңелдәрҙе әсир иткән Йәнтеш ауылында Илшат Игебаевтың «Ҡурай» турбазаһында ойошторолдо.
Шишмә һыуынан самауыр сәйе эскәндән һуң ағинәйҙәр үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән еләк-емеш, шифалы дарыу үләндәре менән танышып, тәбиғәт биргән байлығыбыҙҙы барлап, дарыу үләндәренең ҡулланырға яраҡлы икәнлеге һәм ерҙә үҫкән һәр үләндең файҙаһы булыуы менән уртаҡлашып үттеләр.
Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы «Һабантуй» беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Ағинәйҙәр өсөн алдан билдәләнгән буйынса «Һабантуй» байрамы ойошторолдо. Йылдың именлеген, тыныслығын теләп һабантуйҙы башларға бүләктәр бәйләнгән «Һебәгә» тотоп Искәндәр Фәйзуллин ҡатнашыусыларҙы сәхнә янына саҡырып алды. Байрамды башлап, «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарҙы, Эльвира Бикбова мандолинала уйнап йырланы, шиғырҙар ятланы, Фатима Ҡоҙабаева үҙе яҙған «Һағынам», «Көрәш» исемле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Йырлы- бейеүле «Өс таған», «Сылбыр» уйындарын уйнап күңел асып һәр кем үҙенең һөнәрен күрһәтеп бүләкле булды.
Тыуған төйәгебеҙ бөтөнлөгөн, ҡотон, йолаларын, йәшәйеш ҡағиҙәләрен, туған телебеҙҙе, моңобоҙҙо һаҡлауға бар көсөн һалған ағинәйҙәр аралашып, ялдарын бик файҙалы итеп үткәрҙеләр.
Оло быуын өсөн ойошторолған сәйәхәт өсөн ветерандар ойошмаһы етәксеһе Ырыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы Аллағолова һәм мәғәриф идаралығы етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы Кәримоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.