«Милләт ҡото йолаларҙа» халыҡ йолалары
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ил киләсәге өсөн битараф булмаған ирекмәндәр өсөн «Милләт ҡото йолаларҙа» исемле боронғо халыҡ йола байрамы «Кәкүк сәйе» үткәрҙе.
Кәкүк сәйе — борондан килгән, еребеҙ йәшеллек менән ҡапланған мәлдә апрель аҙағынан июнгәсә үткәрелгән башҡорттарҙың боронғо йола байрамы. Кәкүк – изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – «Кәкүк сәйе» йолаһы үткәрелгән.
Һәр көн донъя мәшәҡәттәренә ҡарамай илебеҙ тыныслығы өсөн ярҙам итергә йөрөгән изге йөрәкле ирекмәндәр байрамға йыйылып, самауырҙар ҡайнағансы йоланың барлыҡҡа килеүе тураһында риүәйәт тыңланылар, йола байрамда башҡарыла торған изге теләктәрен теләнеләр, шулай уҡ халҡыбыҙҙың милли уйындарында ихлас күңелдән ҡатнаштылар.
Тыуған еребеҙҙең шифалы үләндәренән тәмле сәйҙәр эсеп, тәбиғәткә һәм ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, йылдың уңышлы килеүен, ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙҙең илебеҙгә имен-һау ҡайтыуҙарын теләнеләр.