«Салауат Юлаев — башҡорт халҡының милли батыры» әҙәби сара
Үҙәк район китапханһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Аҡъяр ауылының 3-сө күп профилле полилингваль мәктәбенең көндөҙгө лагерҙа ял итеүсе балалары өсөн башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә ҡарата «Салауат Юлаев — башҡорт халҡының милли батыры» исемле әҙәби сара үткәрҙе.
Салауат Юлаев – Ватанын, халҡын һөйгән һәр милләттәшебеҙ өсөн ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек символы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө, халҡыбыҙ күңелендә урын алған иң бөйөк шәхестәрҙең береһе. Уны данлап кемдәр генә шиғыр, йыр яҙмаған да, кемдәр генә сәсмә әҫәр, балет, опера, картина, фильмдар ижад итмәгән. Салауат Юлаевтың батырлығы менән башҡорт халҡы ғына түгел, илебеҙҙең бөтә халҡы ла ғорурлана.
Әҙәби сарала уҡыусылар халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлын, ижадын өйрәнделәр. Батырыбыҙ тураһында тарихи һәм документаль фильмдар ҡаранылар. Презентация аша яугир, батыр, шағир, сәсән, ҡурайсы милли батырыбыҙ тураһында белемдәрен арттырҙылар.
«Салауат – ил батыры» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһағандан һуң үтелгән темаға ҡарата уҡыусылар викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр.
Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ ҡаһарман булып һаҡлана. Илем, халҡым тип янған батырыбыҙ күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр!
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.