«Урал батыр эҙҙәре буйлап» әҙәби сара
10 июндә үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2025 йылдың 30 майҙағы указына ярашлы «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнгән көнгә ҡарата Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәбенең көндөҙгө лагерҙа ял итеүсе балалар һәм райондағы социаль приютта тәрбиәләнеүселәр өсөн «Урал батыр эҙҙәре буйлап» исемле әҙәби сара үткәрҙе.
«Урал батыр»-эпосы, башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Бөгөнгө көндә киң билдәлелек яулаған «Урал батыр» эпосы 13 телгә тәржемә ителгән, Башҡортостандың ете мөғжизәһенә индерелгән һәм йылдан – йыл уҡыусылар араһында сәмле бәйгеләр ойошторола.
Әҙәби сарала балалар «Урал батыр» эпосының йөкмәткеһе менән танышып үткәндән һуң, «Ай Йола» төркөмөнөң «Һомай» йырын тыңланылар. Яҙыусы, режиссер, сценарист Зөһрә Бураҡаева ҡуйған «Урал һәм Шүлгән мажаралары» исемле йәнһүрәт һәм «Урал-батыр» эпосы буйынса ҡуйылған фильмдан өҙөк ҡарағандан һуң һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Әҙәби сарала район кимәлендә үткәрелгән бәйгелә ҡатнашыусылар — Дәүләтбаева Рузәлиә һәм Аширова Әҙилә «Урал батыр» эпосынан өҙөк ятлап күрһәттеләр.
Сара һуңынан «Халҡыбыҙ хазинаһы» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды, балалар һәр китап менән ҡыҙыҡһынып танышып үттеләр.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина