«Гүзәл Өфөм – баш ҡалам» китап күргәҙмәһе
12 июндә Республиканың баш ҡалаһы Өфө көнөнә ҡарата, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Гүзәл Өфөм – баш ҡалам» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Баш ҡалабыҙ республиканың урта өлөшөндә — Ҡариҙел, Дим йылғалары Ағиҙелгә килеп ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Йәше дүрт быуаттан ашып китһә лә ул һаман үҫә, матурлана, йәшәрә бара.
Ҡаланың урамдары һәм майҙандары – үҙе бер тарих. Уларҙа халыҡтың үткәне, бәхет, ирек өсөн көрәше сағыла, шулай уҡ халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙың, Ватандың һаҡлап, яуҙа башын һалған геройҙарҙың, атаҡлы фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемен йөрөтә. Боронғо майҙандарҙың береһендә Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы хөрмәтенә мөһәбәт монумент ҡуйылған. Ә Ағиҙелдең текә ярында, ярһыу арғымаҡҡа атланып, Емельян Пугачевтың тоғро юлдашы, башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаев баҫып тора. Халыҡтың күренекле улдарының иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәлдәрҙе һәр ерҙә лә осратырға мөмкин. Өфө ҡалаһының тарихы ла бай, үткәне лә яҡты.
Китап күргәҙмәһендә Рәшит Шәкүрҙең «Баш йортобоҙ — Башҡортостан», Зәйтүнә Ханованың «Илкәйем», Юрий Узиковтың «Исторические памятники Уфы», Мәжитов Н.А,Сөнғәтов Ф.А, Солтанов А.Н төҙөүендә «Сокровища древней Уфы» һәм «История Уфы», «Өфө мөхәббәтем» китаптары урын алған.
Өфө ҡалаһы – халыҡтың илһам сығанағы, ҡәҙерле йәнтөйәге.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.