12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Еңеү яҙы килде тыуған илгә» әҙәби – музыкаль кисә

Ғәлиәхмәт ауылында «Еңеү яҙы килде тыуған илгә» исемле әҙәби – музыкаль кисә үткәрелде, ул Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «Киләсәк  быуындар белһен һәм хәтерләһен!» исемле имиджлы район конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы уңайынан, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Хәйбулла районының 95 йыллыҡ юбилейына арналған осрашыуға ауыл халҡы, һуғыш осоро балалары, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, яҡындары саҡырылды.

Беҙҙең Аҡъюл ауыл биләмәһенән 341 кеше Бөйөк Ватан һуғышына китә. “Бер ҡайтмаһаҡ, бер ҡайтырбыҙ әле”, — тип китһәләр ҙә, 172 кеше яу ерендә ятып ҡала. 160 яугир һуғыштан еңеү менән ҡайта.

Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һуғыш яугирҙарының береһе лә юҡ. Тыл ветерандарынан берәү – ул 99 йәшлек Бикбова Файза инәй.

Балалыҡтары һуғыш осорона тура килгәндәр ҙә хәҙер 80-90 йәшкә еттеләр. Ауылыбыҙҙа улар ни бары 13 кеше ҡалды. Улар бала саҡта күргәндәрен иҫләп һөйләшәп алдылар. Йәштәргә: “Тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, беҙ күргәндәрҙе күрмәгәҙ”,-тип теләктәр әйттеләр.

Бөгөнгө көндә лә илебеҙ көсөргәнешле мәл кисерә.  Ҡайҙалыр снарядтар шартлағанда, пулялар яуғанда, ил өсөн ғүмерҙәр ҡыйылғанда тыныс күңел менән йәшәү мөмкин түгел. Махсус операция башланыу менән иң  тәүгеләрҙән булып илебеҙ именлеге һағына күтәрелгән хәрбиҙәр араһында ауылдаштарыбыҙ ҙа бар.

Кисәлә уларҙы ла иҫкә алып үттек. Яугирҙарҙың әсәләренә бүләктәр тапшырылды.

Сара барышында ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары матур сәхнәләштерелгән сығыштарын, йырҙарын, шиғырҙарын тамашасыларға бүләк иттеләр. Юнысов Илдар башҡарыуында Мостай Кәримден  “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры концертҡа ҙур мәғәнә өҫтәне.

Китапханасы “Һуғыш. Еңеү. Хәтер.” китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Һуғыш, намыҫ, фиҙакәрлек, тылдағы тынғыһыҙ хеҙмәт тураһындағы әҙәби китаптар тамашасыларҙың ҙур иғтибарын яуланы.

Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, сабыйҙарыбыҙҙың тыныс йоҡоһо өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ  иҫкә алыу менән сара  тамамланды.

Ошо байрамда әүҙем ҡатнашҡан ауылыбыҙҙың абруйлы аҡһаҡалдарына, ағинәйҙәренә, 1-се класс уҡыусыһы Игебаева Сәғиҙәғә, һәүәҫкәрҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.