12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Рух һүнмәһә – ил һүнмәҫ» әҙәби осрашыу

21 май үҙәк район китапханаһында Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттары, Аҡъяр ауылының1-се һанлы мәктәбенең 7 класс уҡыусылары (класс етәксеһе Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова) һәм «Ағинәйҙәр», «Аҡһаҡалдар» ойошмалары өсөн «Рух һүнмәһә – ил һүнмәҫ» исемле әҙәби осрашыу үткәрелде.

Әҙәби осрашыу танылған драматург, прозаик һәм журналист,  Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафиндың күптән түгел донъя күргән   «МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым» китабының исем туйына арналды.

Сарала шулай уҡ яҙыусы, прозаик һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев та ҡатнашты.

Бөгөнгө көндә билдәле булыуынса махсус хәрби операция башланыу менән ил тыныслығын яҡлап, илебеҙ киләсәге өсөн тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысы, тип иҫәпләгән ҡурҡыу белмәҫ ир егеттәребеҙ яу ҡырында.
Тиҫтәгә яҡын китап авторы Мөнир Сәхиулла улы ике тапҡыр махсус хәрби операция зонаһында булып, егеттәр менән осрашып, матбуғат биттәренлә яугирҙарға арналған «Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине», «Уттарға буталып алмалар яуғанда… » һәм «22-се снаряд» очерк-юлъяҙмаларындағы эш сәфәре, махсус операция барышы тураһындағы ваҡиғалар хаҡында һәр кем ҡыҙыҡһынып уҡып барҙы.

Мөнир Сәхиулла улы «МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым» китабының йөкмәткеһе менән таныштырып: “Махсус хәрби операция –ҡанһыҙ, әммә киләсәк хаҡында данлы тарих. Яҙыусы булараҡ, мин был теманан ситтә ҡала алманым. Һуғыш тураһында яҙыу еңел түгел, әммә был киләсәк быуында өсөн мөһим,”- тип үҙенең күргәндәрен һәм ишеткәндәрен йөрәк аша үткәреп, кисерештәре менән бүлеште. Китаптың йөкмәткеһе буйынса асыҡ һорауҙарға аныҡ яуаптар бирҙе.

Әхмәр Ғүмәр улы «Ағиҙел» журналының 5-се һанында баҫылған, Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Янып көлгә ҡалыуҙың ғазабын белә тик көл…» тигән мәҡәләһендә МХО-ла батырҙарса һәләк булып ҡалған яугир-яҙыусы Сабит Фазлыев хаҡындағы иҫтәлектәре менән, шулай уҡ был һанда, яҙыусы Сабит Фазлыевтың «Беҙ һуғышҡа барғанда» тигән 2022 йылда яҙылған хикәйәнең йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләп үтте.

Сарала ҡатнашыусылар, яҙыусыларға йөкмәткеле әҫәрҙәре өсөн рәхмәт белдереп, артабан ижади уңыштар теләнеләр.
Әҙәби сара, махсус операция тиҙерәк тамамланып илдә именлек, тыныслыҡ урынлашһын һәм ут эсендә йөрөгән яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын тигән изге теләктәр менән тамамланды.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина.