Берҙәмлектә көс
Махсус хәрби операция башланған тәүге көндәрҙән алып ауыл халҡы иң ауыр, хәүефле ваҡыттарҙа ла берҙәм булыуҙарын раҫлап, яугир яҡташтарыбыҙға тос ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, «Беҙ бергә — көс» хәйриә фонды активистары менән берлектә, еңеү яҙын ҡаршылап тағы ла берҙәм генә эш башланылар.
Тыуған яҡ ҡырҙарында үҫкән шифалы үләндәрҙән эшләнгән сәйҙәр тәме ауыр ваҡыттарҙа көс-ҡеүәт бирһен, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, киптерелгән емештәрҙең һаулыҡтарына файҙаһы тейһен, тыуған яҡ тәме ир-егеттәребеҙҙе иҫән-һау тыуған яҡтарыбыҙға алып ҡайтһын, тигән изге уй-ниәттәр менән «Ағинәйҙәр» һәр көн ихлас күңелдән ярҙам итәләр.
Еребеҙгә именлек, илебеҙгә тыныслыҡ килтереп, барса яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән бер уй-теләктә башҡарыла эштәр.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Рәмилә Файзуллина