«Һуғыш балалары-тарих яралары» әҙәби-музыкаль кисә
Хәйбулла районының Иләс ауылында «Һуғыш балалары-тарих яралары » әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде, ул Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!» исемле имиджлы район конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.
Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы уңайынан, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Хәйбулла районының 95 йыллыҡ юбилейына арналған осрашыуға ауыл халҡы, шул иҫәптән һуғыш осоро балалары, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындары саҡырылды.
Мәртәбәле сара 1418 көн барған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм тыл хеҙмәтсәндәренең үлемһеҙ батырлығына оло хөрмәт белдереп, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Эйе, әҙәм балаһы донъяға мәңгелеккә тыумай, шулай ҙа уларҙың арабыҙҙа булмауы үкенес, йәнде ҡыя.
– Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл. Ауылыбыҙҙа һуғыш яугирҙарының береһе лә бөгөн юҡ. Балалыҡтары һуғыш осорона тура килгәндәр ҙә хәҙер 80-93 йәшкә еттеләр. Тап уларҙы осраштырып күрештереү, хөрмәтебеҙҙе күрһәтеү ине бөгөнгө сарабыҙҙың маҡсаты.
Осрашыуҙың төп ҡунаҡтары – һуғыш осоро балалары – Асҡаров Мирғәле Ҡорманғәле улы, Рәхмәтова Зөләйха Хөсәйен ҡыҙы, Йәтимова Венера Фәтхулла ҡыҙы. Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Дәһшәтле йылдар тарих биттәрендә урын алһа ла, уның әселеге «һуғыш осоро балалары»ның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Аһылбикә Тукбаева һәм Вилә Рәхмәтова һуғышта ҡатнашыусы яҡындарының яу яланында күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләнеләр. Ғәмһеҙ генә уйнап, ата-әсәләренә иркәләнеп кенә үҫер саҡтарында улар иңдәренә хәҙерге ололар ҙа күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар төшкән… Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа улар үҙ иңендә күтәргән ауырлыҡтарҙы, татыған михнәттәрҙе иҫкә төшөргәндә барыһының да күҙҙәре йәшләнде.
Әҙәби кисә йыр-моңға, шиғыр һөйләүгә маһир үҙешмәкәр артистарҙың дәртле лә, һағышлы ла сығыштары менән үрелеп барҙы. Кисәлә Әнисә Фәррәхованың “Әсә һағышы ” драмаһынан һәм Динис Исламовтың «Мәскәү юлы» романынан өҙөктәр, “Ҡарлуғас ” балалар баҡсаһы тәрбиәнеүселәре “Һуғыш осоро балалары” яҙмышын һүрәтләһә, 3 класс уҡыусылары “Беҙ был Еңеүҙең вариҫтары” сығышын тәҡдим иттеләр, Шәрифулла Ҡунаҡасовтың “Һалдат бәйеттәре” һәм Борис Васильевтың “Ә таңдар бында тыныс” әҫәре сәхнәләштерелде.
Сара барышында Яңы Ергән ауылы хакимиәте башлығы Рәзифә Ирғәле ҡыҙы Тасбулатова байрам менән ҡотлап һуғыш балаларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Коммунистар партияһының Рәсәй Федерацияһы буйынса Хәйбулла районының беренсе секретары Мир Сәмиғулла улы Кәипов һуғыш осоро балаларын 80-се Еңеү яҙы менән тәбрикләп Асҡаров Мирғәле Ҡорманғәле улына һәм Рәхмәтова Зөләйха Хөсәйен ҡыҙына Коммунистар партияһының Рәсәй Федерацияһының Хәйбулла бүлексәһенең бойороғоноң ҡарары буйынса «Һуғыш балалары» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләне.
Һәр дәүерҙең Ватанын һаҡлап, ҡыйыулыҡ, рухи ныҡлыҡ, тәүәккәллек күрһәткән үҙ батырҙары бар. Махсус операция башланыу менән иң тәүгеләрҙән булып илебеҙ именлеге һағына күтәрелгән хәрбиҙәр араһында ауылдаштарыбыҙ ҙа бар: Коля Рыжов ,Заһир Рәхмәтов, Ғәзим Асҡаров, Юнир Юлдашбаев , Илфат Юлдашбаев. Егеттәребеҙгә тиҙерәк дошманды тар-мар итеп, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ булһын!
Китапханасы Нәжиә Имамбай ҡыҙы Асҡарова “Шул бөйөк йылдарға табынайыҡ”һәм “Һуғыш балалар китабы”китап күргәҙмәләре менән таныштырҙы, буклеттар тапшырҙы.
Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарыбыҙ, уларҙы хәтерләү, эштәрен мәңгеләштереү маҡсатында “Хәтер стенаһы ” һәм махсус операцияла ҡатнашҡандар өсөн стенд эшләнелде.
Был йылдарҙа республикала фронтовик яҙыусылар Мәлих Харис “Хат” шиғырын Зилә Шәрипова , Муса Йәлил “Һуңғы үпкә” Рита Шәрипова һәм Гөлназ Ҡотоеваның “Әсә һағышы” Роза Ғәббәсова , “Рәхмәтлемен ”шиғырын Динислам Асҡаров уҡынылар . Мөнирә Шәрипованың “Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә… ” һәм ”Етегән “ фольклор коллективының “Иҫән генә ҡайтығыҙ!”йыры менән кисәбеҙ тамамланды
“Кешеләр! Әгәр һеҙ иртә менән ебәк япраҡлы гөлдәрҙең сәскә атыуын күрәһегеҙ икән, һеҙ шул иртәләге өй ҡаршыһындағы тирәктәрҙә ҡоштар һайрауын ишетәһегеҙ икән, белегеҙ — был иртәнге шатлыҡта һуғышта һәләк булғандарҙың, фашизм тотҡонлоғонда үлеп ҡалған һалдаттарҙың ялҡынлы тормошо бар. Әгәр ҙә һеҙҙең өләсәйегеҙ, йә әсәйегеҙ йомшаҡ ҡулдары менән башығыҙҙан һыйпай икән, үҙенең моңло күҙҙәре менән һеҙҙең күҙҙәреҙгә тултырып ҡарай икән — белегеҙ — ул күҙҙәрҙә һуғыштан ҡайтмаған бабаларыбыҙ һәм атайҙарыбыҙ тураһында тәрән һағыш бар. Әгәр һеҙ тыныс өйҙә йәшәйһегеҙ, иркен мәктәптәрҙә уҡыйһығыҙ, айлы кистә үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙ менән серләшеп ултыраһығыҙ икән, белегеҙ — был ерҙә һеҙҙең матур йәшәүегеҙ өсөн меңләгән һалдаттарҙың ҡаны түгелгән. Был тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, кешеләр!”