12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Еңеүҙең йәшел төҫө» китап күргәҙмәһе

Бөйөк Ватан һуғышы — оло тарихи  ваҡиға. Тарихлы  халыҡ — бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле.

Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, етемлек…
Ҡәһәрле һуғыш  һүҙен ишетеү менән йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп ала, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп үтә. Ғәзиз иле, ата-әсәһе, балалары, бөтә кешелек өсөн йәнен аямай ут эсенә ташланған яугирҙәр күҙ алдынан үтә.

Һуғыш… Ниндәй ҡәһәрле, ҡот осҡос һүҙ. Бөйөк Ватан һуғышының әсе елдәре ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарата «Еңеүҙең йәшел төҫө»  исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Күргәҙмәлә урын алған  «Хәтер» китабына һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән яҡташтарыбыҙҙың исемлектәре индерелгән.

Фәрит Вәхитов төҙөүендә  «Аҡ аманат –һалдат хаттары» йыйынтыҡ китабына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларының хаттары, көндәлек яҙмалары һәм хәтирәләре баҫылған.

Әмир Моратовтың  «Һуғыш хәтирәләре» китабында авторҙың һуғыш осоронда үткән ғүмере, кисерештәре, Ер, ил, кеше һәм замана яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары, хәүефләнеүҙәре, әрнеүҙәре урын ала.

Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш яралаған бала саҡ» документаль публицистик, «Һуғыш балалары һөйләй» китаптарында тыл ветерандарының хәтирәләре, иҫтәлектәре, Кәтибә Кинйәбулатованың «Ветерандар» китабында шиғырҙар, поэмалар, повесть, хикәйәләрендә һуғыш осоронда һәм тыныс хеҙмәттә халҡыбыҙ ҡаһарманлығына дан йырлай, Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа»  романында 112 –се башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы героик юлы һәм тыл хеҙмәтсәндәренең ауыр эш барышы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры А.М. Виноградовтың «Йәшәү хаҡына» китап- альбомына Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү көнөн Өфөлә һәм  башҡа ҡала-ауылдарҙа 1990-2004 йылдарҙа байрам итеү мәлдәрен сағылдырған  фотоһүрәттәр һәм Ватаныбыҙ тарихындағы ҡан ҡойғос, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандар алып киткән һуғыш хаҡында тәрән мәғәнәле мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.

 

 Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре Рәмилә Файзуллина.