«РУХ ЯҘЫУЫ — 2025»
22 апрель Район мәҙәниәт йортонда үҙәк район китапханаһы тарафынан ойошторолған «РУХ ЯҘЫУЫ» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһе үтте.
Бәйге Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды һәм шулай уҡ махсус хәрби операцияға бағышланған шиғырҙар һөйләү хупланды.
«РУХ ЯҘЫУЫ — 2025» бәйгеһендә барлығы 250-нән ашыу кеше көс һынашты. Финалда жюри ағзалары тарафынан һайлап алынған 15 бәйгесе сығыш яһаны.
Шиғриәт бәйгеһен мәртәбәле жюри ағзалары: күренекле яҡташыбыҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Таһиров Илгиз Тайфур улы, яҡташыбыҙ, Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, «Ләйсән» башҡорт халыҡ ансамбле етәксеһе Кәипова Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы, Район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, район «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да, нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булыусы, республика, төбәк-ара сәсәндәр бәйгеһе лауреаты Ишемғолова Миңзифа Ибраһим ҡыҙы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Бохарбаева Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы баһаланы.
«РУХ ЯҘЫУЫ — 2025» бәйгеһенең беренсе һәм икенсе бүлектең шарттарына ярашлы һәр бәйгесе сәхнәлә Бөйөк Еңеүҙең асылын, хәҙерге көндә барған махсус хәрби операцияның мөһимлеген, халҡыбыҙ тарихының шанлы һәм данлы икәнен күрһәтә алдылар. Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөүен, мөхәббәтен һәм илһөйәрлек сифатын белдереп слайд-презентация, шиғыр, йыр һәм театраллаштырылған тамаша аша сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙылар.
«РУХ ЯҘЫУЫ — 2025» бәйгеһендә ГРАН-ПРИ дипломына Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Моталлапова Нәйлә Исхаҡ ҡыҙы хаҡлы рәүештә лайыҡ булып «Һаҡмар» шифаханаһына сертификат менән бүләкләнде.
Бәйгенең финалистары араһында интернет селтәрҙәрендә иғлан ителгән «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүсе тип Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан Вәлитова Ғәзимә Айытҡол ҡыҙы танылды.
Беренсе урын дипломы Хәйбулла районы Сиҙәм ауылынан Фәйзуллина Рәйлә Әхиәр ҡыҙына тапшырылды. Икенсе урынды Хәйбулла районы Акъяр ауылынан Таулыҡаев Ринат Рәшит улы менән Ейәнсура районы Өмбәт ауылынан Абдуллин Руслан Фәһим улы бүлешһә, өсөнсө урын дипломына Хәйбулла районы Акъяр ауылынан Йәнйегетова Ләйсән Зәкир ҡыҙы һәм Мәмбәтова Айгөл Әмир ҡыҙы лайыҡ булдылар.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының махсус бүләктәрен ҡоролтай ағзаһы Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһы Лиана Илдар ҡыҙы Игбаеваға, Баймаҡ ҡалаһынан Иҙелбаева Айгөл Рамаҙан ҡыҙына, Хәйбулла районы Атингән ауылынан Байғабулов Илназға тапшырҙы.
Хәйбулла районы «Ир-егеттәр ҡоро» ойошмаһының махсус призы менән (етәксеһе Баймырҙин Риф Мәжит улы) Ринат Таулыҡаев, Руслан Абдуллин, Иҙел Манишев һәм Байғабулов Илназ бүләкләнделәр.
Хәйбулла районы башҡорттар Ҡоролтайының бүләгенә Иҙел Манишев һәм Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының махсус призына Йылайыр районы Һабыр ауылынан Таһирова Гөлфиә Хәммәт ҡыҙы лайыҡ булды. Район мәҙәниәт йортоноң киновидеопрокат һәм телерадиотапшырыуҙар студияһы бүләге Аҡъяр ауылынан Ҡыуандыҡова Динә Әкрәм ҡыҙына, ҡотлау сертификаттары Сибай ҡалаһынан Азаматова Алһыу Фәрит ҡыҙына һәм Макан ауылынан Килдебаева Виленаға тапшырылды. Сығыш яһаусыларҙың бөтәһенә лә ҡатнашыусы дипломы, «Ағиҙел» журналының ярты йыллығына яҙылыу һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде.
Телебеҙгә, милли әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, быуындар сылбырын нығытҡан, арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙҙың ижадын данлаған, шиғриәт һәм моң байрамы юғары кимәлдә үтте. Рух юғарылығы, илһөйәрлек тойғоһо, берҙәмлек, тоғролоҡ сифаттары үҫтергән ошондай әҙәби кисәләр тормошобоҙҙо биҙәһен, илебеҙ тыныс, атыр таңдарыбыҙ изге хәбәрҙәргә бай булһын!
Л.Х. Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.