12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Утлы йылдар, данлы йылдар!»

Әбеш мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен» исемле район имиджлы саралар бәйгеһе сиктәрендә «Утлы йылдар, данлы йылдар!» исемле матур, бай йөкмәткеле сара үтте.

Был сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда иғлан МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылдарына, шулай уҡ Хәйбулла районының 95 йыллығына арналды.

Юҡҡа ғына «Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ»тимәйҙәр, сөнки беҙ тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе ата- бабаларыбыҙҙы ололау, онотмау менән бәхетле.

 Сараның төп ҡунаҡтары- исемдәре район тарихына ҙур хәрефтәр менән яҙылған, иле, халҡы өсөн ғүмерен арнаған шәхестәр, мәртәбәле ҡунаҡтар — һуғыш осоро балалары. Ауылыбыҙҙа улар бары 9 кеше. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙың әсәйҙәре лә саҡырылды. Ҡунаҡтар тамашасыларға үҙ тормошон бәйән итте, уларҙың һәр иҫтәлеге ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ғорурлыҡ уятты.

Сара барышында ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр әртистәре илебеҙ өсөн иң изге байрам- Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған матур концерт бүләк итте. Тулҡынландырғыс, күҙҙәрҙе йәшкә мансылдырған, күңелдәрҙә оло быуын кешеләренә ҙур һоҡланыу, ихтирам уятҡан сарабыҙ үтеп тә китте. Ошо байрамда әүҙем ҡатнашҡан ауылыбыҙҙың абруйлы аҡһаҡалдарына, ағинәйҙәренә, әртистәребеҙгә, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемен йөрөткән Әбеш урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларына, ауыл халҡына ҙур рәхмәт!