12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара

Мәмбәт ауылы моделле китапханаһында «Ҡартатайым котелогы» исемле театрлаштырылған тамаша үтте.

Был сара Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «Киләсәк быуындар белһен һәм хәтерләһен!» исемле имиджлы район конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Быйыл ул Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау йылына, шулай уҡ Хәйбулла районының 95 йыллыҡ юбилейына бағышлап үткәрелде.

Байрамда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, ырыуҙашыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев, ауылдашыбыҙ, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмбәтов Исламетдин Ризаитдин улы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләре ҡатнаштылар.

Сара яуҙа ятып ҡалған ауылдаштар һәйкәленә һәм Мәмбәт ырыуының күренекле шәхестәре иҫтәлеген мәңгеләштергән таҡтаташҡа сәскәләр һалыуҙан башланып китте.

Мәмбәт ауылы күп тармаҡлы клубы фойеһында Мәмбәтов Исламетдин Ризаитдин улының «Һыбайлы һәм ат донъяһы» исемле фотокүргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Фотокүргәҙмәлә һыбайлы һәйкәлдәр һәм Башҡортостандың күренекле шәхестәрҙең ат менән төшкән фотолары урын ала.

Исламетдин Ризаитдин улы яҡташтарын онотмай: Бөйөк Енеүҙең 75 йыллығына арнап, ауыл тарихын сағылдырған өйҙәге ҡомартҡы фотоһүрәттәрҙән торған күргәҙмә бүләк итһә, 2024 йылда йәш быуынға илһөйәрлек, тәбиғәткә, тарихи ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе «Реликт ағастар донъяһы» исемле фотокүргәҙмәне лә ойошторғайны.

Һәр кемдең дә үҙенең яратҡан шөғөлө бар. Күнеленә ятҡан эш менән шөғөлләнеү, тормошҡа ҡарашыңды билдәләү, шул шөғөл аша кешеләр менән мөнәсәбәтеңде үҙең өсөн билдәләү ул. Мәртәбәле сарала муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова ҡатнашып, үҙенең шөғөлө – аттар коллекцияһы менән таныштырҙы. Коллекциялағы һәр бер аттың тарихын һөйләп үтте.

Сараның сағыу өлөшө – сәхнәлә — кавалерист, Ҡыҙыл йондоҙ ордены кавалеры, Мәскәү, Сталинград ҡалаларын һаҡлаусы, Берлиндан 70 саҡрым Еңеүҙе ҡаршылаусы Ҡыуандыҡов Мирсәйет Шәрәфетдин улының һуғыштан алып ҡайтҡан котелогы тарихы менән «Ҡартатайым котелогы» исемле театрлаштырылған тамаша үтте.

Театрлаштырылған тамашаға шиғри һулыш өҫтәүсе Ҡәҙим Аралбай һәр бер ҡатнашыусыға, мәктәпкә, китапханаға китаптар бүләк итте.

Китапханасы Еңеүҙен 80 йыллығына «Халыҡ хәтере мәнгелек» китап күргәҙмәһе һәм «Көслө рухлылар» китап күргәҙмәһендә махсус хәрби операция геройҙарына арналған китаптар менән таныштырып, Хәйбулла районының ойошторолоуына 95 йыл тулыуы айҡанлы китапханала районыбыҙҙын тарихына, бөгөнгө көнөнә, мәҙәниәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә арналған китап күргәҙмәләре менән таныштырып үтте.

Махсус хәрби операция башланғас, Мәмбәт ауылынан Кәипова Нәфиә, Мәмбәтова Лира беренселәрҙән булып ирекмәндәр сафына баҫты. Ирекмән Кәипова Нәфиә дронға ҡаршы одеялдар тегә башланы һәм уның етәкселеге менән ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла күмәкләп дронға ҡаршы одеялдар тегеп, һаҡлаусы селтәрҙәр үреп һалдаттарға оҙаттылар. Нәфиә Шәйәхмәт ҡыҙы ауылыбыҙҙың, үҙенең ирекмәндәр эше тураһында һөйләп үтте.

Роза Раузат ҡыҙы матур сара ойоштороусы китапханасы Вилена Дан ҡыҙы Кәиповаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Тыуған илгә һөйөү, Ватаныңа тоғро булыу, уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү һәм кәрәк булһа, ғүмереңде аямайынса, уны һаҡларға әҙер булыу, әҙәбиәтте, шиғриәтте, тыуған яғын һөйөү, рух берлеген иҫбатлатлауы менән һуғарылған ошондай саралар йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиә биреүе менән әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.