12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ер йөҙөнөң гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙа» әҙәби сара

4 мартта үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналған «Ер йөҙөнөң гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙа» исемле   әҙәби сара үткәрелде.

Яҙ миҙгеленең иң күркәм сағыу байрамына киң күңелле, изге әсәләр саҡырылды. Бөгөнгө көндә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғорур ҡаяға ла, наҙлы елгә лә, дауыллы диңгеҙгә лә тиңләргә була.

Сарала ҡатнашыусыларҙы алып барыусылар байрам менән ҡотлап, һәр кемгә изге теләктәрен еткереп, байрамдың ғәҙәти булмаған тарихы менән  таныштырып үттеләр.

Быйылғы йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителеүе айҡанлы, яугир әсәһе, ирекмән Лилиә Мәжит ҡыҙы Алсынова районда ярҙам йөҙөнән эшләгән эштәрҙең мөһимлеген баһалап, был эште башҡарыусыларға рәхмәтен еткерҙе.  Тыуған еренең, күк йөҙөнөң тыныслығы өсөн йәндәрен аямаған ир-егеттәрҙең әсәләренең күңелдәренә байрам кәйефе сағылдырып, ихтирам йөҙөнән байрам бүләге тапшырҙы.

Байрам сараһының икенсе өлөшө «Ҡатын-ҡыҙ күрке — яулыҡ» тип аталды.  Ҡатнашыусылар һандыҡ төптәрендә әсәй- өләсәйҙәренең төҫө итеп һаҡлаған ҡәҙерле ҡомартҡы шәл-яулыҡтарын, улдарының хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанда бүләк иткән ҡәҙерле яулыҡтарын алып килеп, үҙҙәренең тормошондағы яулыҡҡа бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәрен иҫкә алып үттеләр. Тарихтан күренеүенсә, ата-бабаларыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышынан, Наполеон ғәскәрен еңгәндән һуң трофей итеп алып ҡайтҡан француз яулыҡтарын бөгөнгө көндә милли кейемгә тап килтереп ябыныуҙарын сәхнәлә лә йыш күрергә мөмкин. Мәүлиҙә Иҫәнбаева, Рәүилә Нураева француз, Сафура Бикбова, Гүзәл Нәҙерғолова ҡомартҡы яулыҡтарын ябынып килеп, күңел түренән юйылмаҫ иҫтәлектәр менән бүлеште.

Сараны дауам итеп, Мәрйәм Сурина байрамдың ураҙа айына тура килеүе айҡанлы изге теләктәрен еткереп, дини мәғлүмәттәр менән тулыландырҙы. Яулыҡ — ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәүен, мөһимлегенә аңлатма биреп, яулыҡ ябыныу серҙәренә төшөндөрҙө.

Байрам менән ҡотлап Көнһылыу Ҡоланбаева башҡарыуында, баянда Ғәлимйән Ултраков башҡорт халыҡ йырҙарынан «Йөрәк сере» һәм «Шәл бәйләнем» йырҙары яңғыраны.

Яҙыусыларҙың бай йөкмәткеле ижадына арналған «Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.