12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ил күҙендәге ижад» китап күргәҙмәһе

14 февраль үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург,  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Йондоҙ, ике «Почёт Билдәһе»  ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ҡадир Хәким улы Даянов тыуыуына 115 йыл тулыуға ҡарата  «Ил күҙендәге ижад»  исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Ҡадир Даян 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй.

19301933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтын тамамлағас, Башҡортостан дәүләт нәшриәтендә мөхәррир булып эш башлай. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 19361941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләгән осорҙа, күп кенә студенттарҙың әҙәби ижады менән шөғөлләнә .

Әҙиптең бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы.

Яҙыусының әҫәрҙәре 1930 — 1970-се йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрендә ныҡлы урын ала. Уның «Күбәләк»,  «Елка»,  «Тышта саф һауа» һәм башҡа шиғырҙары балалар күңелендә һаҡлана. Шағирҙың шиғриәте Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк формалаша һәм нығына.

Бөйөк Ватан һуғышына шағир 1941 йылдың июль башында үҙе теләп китә һәм Калинин фронтында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Фронтовик-шағир һуңғы көнөнәсә үҙен һәр саҡ алғы һыҙыҡта тип иҫәпләй.

Шағир Ҡадир Даян яу юлын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән юл үтә. Башҡорт яугирҙарының батырлығына бағышлап байтаҡ шиғырҙар яҙа. Шуларҙың иң билдәлеһе «Генерал Шайморатов»  шиғыры 1945 йылда яҙыла. Ул 1947 йылда Башҡортостан  «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығында баҫыла. Ҡадир Даяндың шиғырҙары тыуған еренән һут алып ижад ителгән.

Оло йөрәкле, батыр шәхес 1975 йылдың 19 октябрендә тимер юл өҫтөнә төшкән баланы ҡотҡарып алып ҡала, ә үҙе һәләк була.