12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби сара «Йәнтөйәген нурлаусы»

7 февраль үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә  2 се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 5 класс уҡыусылары өсөн (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Әбдрәхмән ҡыҙы  Дәүләтҡолова) «Йәнтөйәген нурлаусы»тип аталған  әҙәби сара үткәрелде.

ЯҙыусыжурналистБашҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры,  Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы   лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова халҡыбыҙға хас, матур һыҙҙаттарға бай халыҡ рухын, уның күңелен үҫтергән шәхес, талымһыҙ ижад кешеһе.

Нәфис һүҙ оҫтаһы, әҙибә Фәрзәнә Фәтих ҡыҙының яҡшылыҡҡа һәм ижади бейеклеккә өндәгән сифатлы китаптарын китап уҡыусылар ихлас күңелдән  уҡыйҙар.

Әҙәби сара быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү  уңайынан  Фәрзәнә Аҡбулатованың һуғыш осорондағы балалар яҙмышы һүрәтләнгән  «Атай икмәге»  һәм  «Еләк беште»   хикәйәләренә таянып үткәрелде.

Һуғыш осоро, күңел яралары тиҙ генә онотолмай, хикәйәләрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар нисәмә йылдар үтеп китһә лә, яҙыусы уны уйландырырлыҡ кимәлдә, бөгөнгөләй итеп күҙ алдына баҫтыра.

Уҡыусылар, яҙыусының ижады менән презентация аша танышып, хикәйәләрҙе ихлас күңелдән үҙҙәренең күңелдәре аша тыңлағандан һуң,   белемдәрен нығытып  викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр.

Сара һуңынан «Күңел сафлығы» исемле китап күргәҙмәһендә урын алған «Янған аттар», «Яҙылып бөтмәгән китап», «Харис + Кирамат донъя» романдары, «Зәңгәр ҡаялар» фантастик ҡиссалар, хикәйәләре, пьесалар, «Йәнйегет мажаралары» исемле  әкиәттәре һәм шулай уҡ ваҡытлы матбуғат биттәрендә сыҡҡан әҫәрҙәре  менән танышып үттеләр.

Үткәрелгән сара, әҙибәнең ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, йөкмәткеһенә ҡарата үҙ фекереңде, ҡарашыңды әйтә белеү, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсаты менән үткәрелде.