«Һалдатҡа хат» патриотик акцияһы, Акция «Письмо солдату»
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Хәйбулла районының Шайморатов исемендәге хәйриә фонды штабы менән берлектә, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата «Һалдатҡа хат» яҙыу акцияһын ойошторҙо.
Патриотик акцияға ҡушылып, 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 8 класс уҡыусылары (класс етәксеһе Юлдаш Рим улы Атанов) махсус хәрби операцияла йөрөгән ир — егеттәрҙең тыуған яҡтарына Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп сәләм хаттары яҙҙылар.
Уҡыусыларҙың күңел йылыһын һалып яҙған хаттары үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән һәр һалдатҡа рух ныҡлығы, көс- ҡеүәт өҫтәһен тигән изге маҡсат менән башҡарылды.
Сара барышында ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләнеүсе, яугир әсәһе Лилиә Мәжит ҡыҙы Алсынова ауыл халҡының яугирҙарға еңеүҙе яҡынайтыу өсөн эшләнгән эш һөҙөмтәләре менән таныштырып үтте.
Илебеҙҙең киләсәге тыныс булыуы хаҡына бөгөнгө көндә һәр кем көсөн дә, ваҡытында йәлләмәй.
Патриотическая акция «Письмо солдату к 23 февраля!».
30 января сотрудниками центральной районной библиотеки проведена патриотическая акция «Письмо солдату к 23 февраля!». Обучающиеся 8а класса школы №2 села Акъяр написали письмо солдатам, участвующим в специальной военной операции.
Ребята обратились с теплыми словами поддержки ко всем тем, кто сейчас участвует в спецоперации. В своих письмах школьники выражали искреннюю признательность, гордость за смелость и мужество. Школьники написали им простые, очень теплые и искренние слова, которые именно сейчас им так необходимы.
Обучающиеся передали письма волонтерам благотворительного фонда «Мы вместе сила». Надеемся, что наши письма согреют души солдат в это нелёгкое для страны время, окажут поддержку и донесут заряд добра, тепла и уважения.