«Тулҡындарҙың бер ялҡыны» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә шағир, яҙыусы, һәм журналист Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбайҙың ижадына арналған «Тулҡындарҙың бер ялҡыны» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
«Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр улы үҙенең киң мәғлүмәтле, тәрән мәғәнәле, тормош дөрөҫлөгө менән һуғарылған мәҡәләләре, халыҡсан бай телле әҫәрҙәре менән күптән инде әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яуланған яҙыусы. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә әленән — әле донъя күргән йәшәйеш, тел программаларын күтәргән, милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡларға, үҙ йөҙөбөҙҙө юғалтмаҫҡа, һәр йәһәттән үҫешкә саҡырған мәҡәләләре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, уй-зиһендәрҙе ҡуҙғытып, халыҡыбыҙҙы үҙ яҙмышы хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Уның һәр бер милли рухлы әҫәрҙәрен әҙәбиәт һөйөүселәр яратып ҡабул итә. Әхмәр Үтәбайҙың «Сәхрә» исемле проза китабында, повесть һәм хикәйәләрендә реаль тормош менән фантазия, ысынбарлыҡ менән хыял арауығында донъя сағыла, уның геройҙары бер уҡ ваҡытта үткәндә лә, бөгөнгө көндә лә, киләсәктә лә йәшәй. «Ғәфү ит, ғүмер» китабына кеше ғүмеренең матурлығы, тормош һәм мөхәббәт темаларына шиғырҙары, поэмалары тупланған. «Үрелеп алған алма» хикәйәһен автор әсәһенең яҡты иҫтәлегенә арнауы менән үҙенсәлекле.
Үткер ҡәләмле, тос фекерле Әхмәр Ғүмәр улының күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ.