«Илһамлы ижад» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә күренекле башҡорт яҙыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға ҡарата «Илһамлы ижад» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сәғит Ишмөхәмәт улы 1905 йылдың ғинуарында Ырымбур губернаһының Иҫәнгилде ауылында тыуған. 1917—1919 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый, 1919 йылда үҙ ауылына ҡайта һәм күрше Юлдаш ауылындағы II баҫҡыс мәктәпкә инә.
1921 йылда Ырымбурға барып, Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм уҡыуҙы тамамлағас комсомолдың өлкә комитеты органы «Башҡортостан йәштәре» газетаһына секретарь итеп алына.«Комсомол гәзите»нең һәр һанында тиерлек уның шиғырҙары баҫыла. 1928 йылда Сәғит Агиш «Беҙҙең көлөү» исемле үҙенең тәүге шиғри йыйынтығын сығара.
Йәш шағир Владимир Маяковский ижады йоғонтоһо аҫтында башҡорт шиғриәтендә традицион башланғыстан ситкә китеп, яңы формалар эҙләй. Ҡыҫҡа юмористик хикәйәләргә күсә, хаҡлы рәүештә ҡыҫҡа хикәйәләр оҫтаһы итеп таныла.
Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, Дәүләкән, Сермән педучилищеларында, Ғафури районының Сәйетбаба мәктәбендә уҡыта. Республика матбуғатында һәм шулай уҡ 1949–1951 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналында мөхәррир булып эшләй
Башҡорт, рус, татар, мари телдәрендә яҙыусының иллегә яҡын китабы баҫылып сыҡҡан. «Нигеҙ» романы 20–30-сы йылдарҙа башҡорт тормошоноң үҙгәреүен, яңы интеллигенцияның формалашыуын һүрәтләй.
Сәғит Агиш Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайлана. Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1974 йылдың 23 ғинуарындағы ҡарары менән Совет районындағы Полярная урамы уның исеме менән атала. Сәғит Агиш йәшәгән Карл Маркс урамындағы 57-се йортҡа һәм Ғафури районы Сәйетбаба ауылындағы ул эшләгән мәктәп бинаһында таҡтаташ ҡуйылған.