12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Башҡорт телем – моң, башҡорт телем – йәшәү» әҙәби сараһы

12 декабрҙә  үҙәк район китапханаһының башҡорт  әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Аҡъяр ауылының 2- се һанлы мәктәбенең 7- се класс уҡыусылары өсөн Башҡорт теле көнөнә ҡарата «Башҡорт телем – моң, башҡорт телем – йәшәү» исемле әҙәби сараһын үткәрҙе.

Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.

Башҡорт теле көнө күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап үткәрелә.

Сарала уҡыусылар тәрбиә темаһы иғтибар үҙәгендә ятҡан «Нәсихәттәр», «Инсафлыҡ», «Аҡыл» һәм  кешеләрҙе уянырға, ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булып, ғүмерҙе файҙалы итеп үткәрәргә саҡыраған  «Уяныу» шиғырҙары менән танышып үттеләр.

Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән Мифтахетдин Аҡмулланың шиғри ҡобайырҙарының һәр юлы мәҡәл-әйтемдәргә тартым булыуына, шиғриәтенең башҡорт халыҡ ижады хазиналарына ни тиклем тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуына иғтибар иттеләр.

Әҙәби сараны дауам итеп, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырған проекттарының береһе булған «Әлләсе» өҫтәл уйыны үткәрелде. Уҡыусылар «Салауат Юлаев» һәм  «Мифтахетдин Аҡмулла» командаларына бүленеп тел байлығын, хәтер һәм зирәклек талап иткән мауыҡтырғыс уйында ихлас күңелдән, сәмләнеп көс һынаштылар, ахырҙа  «Салауат Юлаев» командаһы еңеүсе булды.

Был бик фәһемле һәм күңелле уйындың мәғәнәһе, ҡатнашыусыларҙа тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләй, һүҙлек запасын тулыландырырға һәм телмәрҙе байытырға ярҙам итә.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Абдрахман ҡыҙы Дәүләтҡолова  әһәмиәтле уйынды йомғаҡлап, һүҙҙәрҙе еңел итеп аңлатыусы, башҡорт телендә таҙа һөйләшкән уҡыусыларҙы баһалап үтте.

Сара һуңынан әҙәби баҫмаларҙан торған «Халҡыбыҙҙың аҫыл хазиналары» китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды, башҡорт телендә уҡырға китаптар тәҡдим ителде.


12 декабря сотрудниками центральной районной библиотеки для обучающихся 7 класса школы №2 с. Акъяр проведена командная игра «Әлләсе», посвященная ко Дню башкирского языка. «Әлләсе» − это башкирский аналог популярной настольной игры «Alias».

В мероприятии приняли участие 2 команды – «Салават Юлаев» и «Мифтахетдин Аҡмулла». В ходе игры участники по очереди в течение минуты объясняли этнографические термины, избегая употребления однокоренных слов и синонимов. Герои эпосов, достопримечательности республики, одежда, пища, утварь башкирского народа нашли отражение в игре «Әлләсе».

Игра помогла определить уровень знаний этнографических терминов, сообразительность, смекалку и командный дух ребят. Увлекательная и веселая игра понравилась всем, а победу одержала команда  «Салават Юлаев».