12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ижади осрашыу «Тыуған илем, туған телем!»

9 декабрь Иләс ауылы мәҙәниәт йортонда һәүәҫкәр яҙыусы Рәзилә Ғәле ҡыҙы Досимова менән «Тыуған ерем, һөйгән йәрем!» исемле ижади осрашыу үтте. Рәзилә Досимова Иләс ауылында тыуған, хәҙерге көндә Төркмәнстан Республикаһында йәшәй. Сарала Рәзилә Ғәле ҡыҙының ауылдаштары, класташтары, туғандары һәм Хәйбулла районының «Аҫылташ» һәүәҫкәр яҙыусылары берекмәһе ағзалары ҡатнашты.

Ижади осрашыу Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Тыуған илем, туған телем!» исемле шиғыры менән башланып китте, сөнки һәр кемдең дә йөрәгендә мәңге йөрөткән ғәзиз иле, тәүге тәпәй баҫҡан йәнтөйәге бар. Рәзилә Ғәле ҡыҙының да ярты ғүмере ситтә үтһә лә, ул бар булмышы менән тыуған еренә бәйләнгән. Был турала һәүәҫкәр яҙыусының һағышлы, һағынышлы шиғырҙары һөйләй.

Яҡты иҫтәлектәр, матур хәтирәләр менән үрелеп барған йәмле осрашыуҙа тыуған еребеҙҙең, телебеҙҙең ни тиклем ҡәҙерле, яҡын икәненә инандыҡ. Иләс ауылы китапханаһы хеҙмәткәре Нәжиә Аскарова Иләс ауылынан сыҡҡан билдәле һәм һәүәҫкәр яҙыусыларға арналған «Йөрәгемдә йөрөй тыуған яҡ», «Шиғриәтем – күңел сафлығым» исемле күргәҙмәләргә төплө байҡау яһаны.

Йәшәһәм дә башҡа илдә,

Һөйләшһәм дә башҡа телдә,

Ятҡа «туған» тип өндәшһәм дә,

Онотмам тыуған илемде,

Онотмайым туған телде… (Р. Досимова).