Ижади осрашыу «Ҡанатлы күңел ҡәләме»
13 ноябрь Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йортонда районыбыҙҙың һәүәҫкәр яҙыусылары менән ижади осрашыу үтте. Сараны асып, Яңы Ергән ауыл биләмәһе башлығы Рәзифә Ирғәле ҡыҙы Тасбулатова йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
Районыбыҙ оҫта, талантлы, рухлы, ижади һәләткә эйә булған шәхестәргә бик бай. Һанап тораһы ла түгел, быны беҙ һәр өлкәлә лә тырышып, янып эшләгән кешеләргә, талантлы яҙыусыларыбыҙға, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ҡарап әйтә алабыҙ. Әммә республика кимәлендә танылыу яуламаһа ла, тыуып-үҫкән, килен булып төшкән ерендә йәшәп, ялҡынлы йөрәк хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөүсе һәләтле һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ байтаҡ.
Сарала Таштуғайҙан Фәриғә Күсәкова, Өфөнән Роза Ғәббәсова, Мәмбәттән Вәсилә Мәмбәтова, Аҡъярҙан Зилиә Ҡужәбәкова, Федеровканан Миңһылыу Әминева һәм Яңы Ергән ауылдарынан Вәғиҙә Әхтәмоваларҙың ижади күстәнәстәренән ауыҙ итеү оло кинәнес булды. Уларҙың йөрәк түренән сыҡҡан, тирә-яҡтың матурлығын, тереклектең тын алышын тойған, камиллыҡҡа ынтылған әҫәрҙәре күңелгә ҡанат ҡуйҙы. Нәфис һүҙгә, әҙәбиәткә булған һөйөү оло рухи хазина, ҡөҙрәт һәм уны һәр саҡ үҫтереү зарур икәнлеген аңлау ҙа үҙе ҙур табыш. Ә инде беҙҙең һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙ тырыштар, алдарына яңы маҡсаттар ҡуялар, китап сығарыу өҫтөндә эшләйҙәр.
Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Зөлфиә Туҡбаева һәм Роксана Вәхитовалар осрашыуҙы йәмле итеп алып барҙылар, уйындар ойошторҙолар. «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы Айһылыу Таһирова «Ҡ» хәрефенә яҙған ҡыҙыҡлы шиғырын уҡып, күңелдәрҙе күтәрһә, Вәсилә Мәмбәтова башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Сәлимәкәй» әйтеп бөткөһөҙ моң, илһам бүләк итте.
Ошондай илһамлы мәлдәр йышыраҡ үткәрелһен, рухиәтебеҙҙе байытһын, ә инде һәүәҫкәр яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре үҙ уҡыусыларын табып, ғүмер һуҡмағында дәрт төҫтәһен.