“Самауыр яны-ғаилә йәме” исемле әҙәби кисә
Иләс ауылында “Самауыр яны-ғаилә йәме” исемле әҙәби кисәһе үтте. Кисәгә Яңы Ергән ауылынан ошо ауылға килен булып төшкән хужабикәләре һәм Иләс ауылы хужабикәләре саҡырылды. Был байрам һәр башҡорт өйөнөң түрбашының йәме булған самауырға дан йырлау булһа, асылы ауылдың оло ихтирамға лайыҡ, үҙҙәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күркәм сифаттарын һаҡлаған олпат, сабыр, аҡыллы бейемдәргә һәм әҙәпле, итәғәтле, күндәм килендәргә, апайҙарға арналды.
Китапханасы самауырҙың мөһимлеге тураһында ауылдаштарының иҫенә төшөрөү маҡсатында самауыр тарихы, уға бәйлҽ йомаҡтар, таҡмаҡтар , шиғырҙар сараның тәүгҽ өлөшөн тәшкил итһә, икҽнсҽ өлөшөндә күргәҙмәгә ҡуйылған самауырҙарға, китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды.
Самауырҙар бҽҙҙә элҽк-элҽктән аманат булып быуындан быуынға тапшырылып килгән ҡәҙҽрлҽ ҡомартҡы. Шуны дәлилләп, самауыр хужабикәләре бик ҡыҙыҡлы хәтирәләрҽ мҽнән бүлҽштҽләр. Ауылыбыҙ килене ағинәй Фәниә Зиннур ҡыҙы үҙҽ мҽнән тиң ҡартайыусы 1950 йылғы өләсәһе биргән ҡомартҡы самауыры, Флүрә Ғөмәр ҡыҙы 1976 йыл туйға төшкән самауыры һәм Гөлшат Дәүләт ҡыҙы ҡәйнеше бүләк иткән самауыр мҽнән таныштырһа, Вилә Шәйхетдин ҡыҙы бейеменән ҡалған боронғо ҽҙ самауыры һәм Нәзиә Юныс ҡыҙы әсәһҽ бүләк иткән ҡупшы самауыры, Аһылбикә Ирғәле ҡыҙы 1970 йыл килен булып төшкәндәге әсәһҽнҽң самауыры мҽнән таныштырҙы. Минниса Ишмырҙа ҡыҙы балалары бүләк иткән самауырҙы ла ҡәҙҽрләп кҽнә тотоноуы хаҡында бәйән иттҽ. Әнисә Ғәфүрйән ҡыҙы әсәһенән ҡалған ҡомартҡы самауырына 70 йыл, Айһылыу Тажетдин ҡыҙы әсәһҽ бирҽп ҽбәргән Зилаир районы Ғәле ауылынан килгән самауырын, Миннигәүһәр Сәлих ҡыҙы бейеме самауыры һәм заман самауырын маҡтаһа, Рита Мухаметдин ҡыҙы бейемҽнән ҡалған аманат итҽп тотонған самауыры тураһында һөйләне. Яңылбикә Әхәт ҡыҙының1957 йылғы әсәһенән ҡалған ҡомартҡы самауыры һый тулы урындыҡта, үҙе янына бөгөнгө сара ҡунаҡтарын саҡырып ултыра ине. Ризида Касим ҡыҙы, Роза Ғәббәс ҡыҙы, Алсу Рәсүл ҡыҙы һәм Мөнирә Ғатау ҡыҙының заманса самауырҙары, Минсылу Килдебай ҡыҙы һәм Нәжиә Имамбай ҡыҙының бейем самауырҙары, Ләйсән Булат ҡыҙының өләсәһенең ҡомартҡы самауыры , Рәхимә Мәһәҙей ҡыҙының сувенир самауырҙары кисәбеҙҙе йәмләне. Минсылу Хәлит ҡыҙының балалары бүләк иткән самауыр һәм Фатима Фәтхулла ҡыҙы әсәһенең ҡомартҡы самауыры менән таныштырып үтте.
Уларҙың яҙмыштары, ҡайны-ҡәйнәләре менән бер ҡыйыҡ аҫтында 20-30 йыл сабыр ғүмер итеүҙәре, ишле ғаилә мәшәҡәттәрен, тормош ауырлыҡтарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә күтәреүҙәре — үҙе ҙур тормош һабағы, яҙылмаған китап, татыулыҡ билдәһе, килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәренең сәләмәт өлгөһө. Улар ҙа үҙҙәренең мул бирнә, самауыр, һыу юлы, һандыҡ менән оҙатылып килен булып төшкән мәлдәренә ҡайтып ураны, кисәне бай эстәлекле хәтирәләре менән байытты, тормоштарында булып үткән ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе бәйән итте.
Бына шулай самауырҙар мҽнән бҽр рәттән баҡыйлыҡҡа күскән әсәй, өләсәйҙәр, ҡәйнәләр ҙә иҫкә алынды, яҡты хәтирәләр барланды.
Был сараны үткәрҽүҙә Рәзифә Ирғәле ҡыҙына , Зөлфиә Камил ҡыҙына, Минниса Ишмырҙа ҡыҙына , Роза Ғәббәс ҡыҙы , Алсу Рәсүл ҡыҙы һәм Әлиә Искәндәр ҡыҙы әүҙҽмлҽк күрһәттҽ. Байрамға йәм өҫтәп самауырҙарын, күртәнәстәрҽн тотоп килҽүсҽ ауылдың ҽгәрлҽ, дәртлҽ ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт! Дуҫ-иштәр, күршҽ-күлән, яҡындарыбыҙ мҽнән самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы сәй эсҽр ваҡыттар бҽҙҙҽ һәр саҡ көтөп торһон.
Бынан тыш, Яңы Ергән ауылы хакимиәте башлығы Рәзифә Ирғәле ҡыҙы Тасбулатова оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисереүсе өлгөлө ғаилә парҙарын ҡотланы. Улар – ғүмер юлынан иңдәрен-иңгә терәп тормош юлынан барыусы 50 йыл бергә атлаусы Ғайнулла һәм Гильминур Ғәббәсовтар, 40 йыл бергә йәшәү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк.тиҙәр Ризида һәм Фәнил Рәхмәтовтар, Айрат һәм Рәмилә Рәхмәтовтар, 35 йыл бергә татыу ғүмер кисереүсе Алсу һәм Миннихан Рәхмәтовтар, Камил һәм Вилә Рәхмәтовтар, 30 йыл бергә йәшәүсе Ислам һәм Мөнирә Шәриповтар , матур йыр бүләк итте. Был көндө улар хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр, матур теләктәр еткерелде. Ҡотлауҙарҙан һуң уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Кисә бик күңелле һәм йылы мөхиттә үтте. Сара һуңында бөтәһе бергәләшеп ҡайнатҡан самауырҙар ҡуйылған сәй табыны эргәһенә йыйылды.
— Ауылдан сығып киткәнемә арыу уҡ ваҡыт үтте. Бөгөн ошо конкурста ҡатнашҡан еңгәйҙәргә, килендәргә ҡарап һоҡланмай булмай. Улар бар һәләтен һалып әҙерләгән милли ризыҡтарҙың, самауыр сәйенең тәме оҙаҡ ҡына хәтерҙә һаҡланыр, — тип үҙ тәьҫораттары менән бүлеште Гай ҡалаһынан килгән ҡунаҡ Фатима Фәтхулла ҡыҙы.
Унда күңелле һөйләшеүҙәр, уйын-көлкө менән ваҡыттың үткәне һиҙелмәне. Яңы Ергән ауылы ағинәйҙәре ошондай матур сара ойошторғаны өсөн Нәжиә Имамбай ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм байрамдан алған йылы тәьҫораттары менән ихлас бүлештеләр.