12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби кисә «Ижадында илһөйәрлек рухы»

7 октябрь үҙәк район китапханаһында 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 7а, 6б кластары өсөн  билдәле яҡташыбыҙ, яҙыусы, шағир, прозаик, драматург, публицист, тәржемәсе, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Мифтахетдин Аҡмулла, Сергей Чекмарев һәм башҡа әҙәби премиялар лауреаты Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған  «Ижадында илһөйәрлек рухы» исемле әҙәби кисә ойошторолдо.

Талантлы яҙыусы Ғәзим Шафиҡов Ҡырғыҙстан ерендә тыуып, тормош юлын  Башҡортостандан бик алыҫта  башлаһа ла, милләтебеҙҙең мәҙәниәтә, әҙәбиәтенә, сәнғәтенә булған һөйөү әсә ҡарынында уҡ ярала. Халҡыбыҙҙың милли мираҫын, тарихын төплө өйрәнгән һәм уны үҫтереүгә тос өлөш индергән Ғәзим Шафиҡовтың ижади тормошо баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт халыҡ ижады аҫыл ҡомартҡыларын, күренекле яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеп, уларҙы донъя кимәленә сығарҙы.

Әҙәби кисәлә уҡыусылар арҙаҡлы яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән таныштылар. Ғәзим Шафиҡов халҡыбыҙҙың сәйәси золом ҡорбандары булған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тормош юлын өйрәнә, архив документарына таянып, документаль — тарихи әҫәрҙәр ижад итә. Уның яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаға арнап яҙылған «Һәҙиә» пьесаһынан өҙөк күрһәтелде һәм уҡыусылар шул осорҙоң һулышын тойҙолар. Артабан «Заманымдың ярһыу тауышы. Я – современник своей судьбе» исемле китап күргәҙмәһенә төплө байҡау яһалды.

Рус телле, башҡорт рухлы ғалимыбыҙ  үҙ халҡына аҫыл һәм алтын мираҫ ҡалдырҙы. Башҡортостандың тарихына, уның ер-һыуына, йыр-моңона үлеп ғашиҡ булған, ошо сикһеҙ һөйөүен шиғырҙарында, әҫәрҙәрендә яңғыратҡан, халҡының бөйөк һәм фажиғәле һынын, данлы һәм ҡатмарлы юлын төрлө яҡлап асҡан — көслө рухлы, легендар яҙыусы ул Ғәзим Шафиҡов.