«Әҙиптең яҡты донъяһы»- әҙәби сәғәт
20 сентябрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә 1 –се һанлы Аҡъяр дөйөм белем биреү мәктәбенең 9в класс (башҡорт -теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова) уҡыусылары өсөн «Әҙиптең яҡты донъяһы» исемле әҙәби сәғәт үткәрелде. Әҙәби сара журналист, тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Риф Фәйзрахман улы Мифтаховтың тыуыуына 85 йыл тулыуға ҡарата, тормошо һәм ижад юлына арналды. Риф Мифтахов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән йәш шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканы тәүге урынға ҡуя.
Сара барышында «Әҙиптең яҡты донъяһы» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды. «Күҙ йәштәре» китабынан «Нимә һуң ул аслыҡ?» хикәйәһендә балаларҙың һуғыш осоронда туйғансы икмәк ашаһаң ине тигән хыялдарының аталары һуғыштан ҡайтҡас тормошҡа ашыуы һәм бөгөнгө көндә икмәк ҡәҙере тураһында ҡыҫҡаса һөйләшеү алып барылды. «Бергә йыйһаң», «Һорай төҫлө» шиғырҙарында әсәләренең һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған улдары тураһында шиғырҙарҙы уҡыусылар иғтибар менән тыңланылар..
Риф Мифтаховтың шиғырҙарына композиторҙар Нур Дауытов, Мөфтәдин Ғиләжев һәм башҡа композиторҙар үҙ иткән һәм күп кенә популяр башҡарыусыларҙың репертуарында ныҡлы урын алған радио, телевизорҙан даими яңғыраған «Һағындырыр әле тыуған яҡ»,«Бәхет иле», «Яҙмышым бүләге» йырҙарын тыңлап үттеләр.
Әҙәби сара уҡыусыларҙың дәрестә үтәсәк программаһына ҡарата яраҡлаштырылып Риф Фәйзрахман улы Мифтаховтың сағыу ижадының мөһимлегенә иғтибар йүнәлтелде.