12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Илһамлы ижад»

        Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты Ринат Әлтәф улы Камаловтың 70 йәшлек күркәм ғүмер байрамына арналған «Илһамлы ижад» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Ринат  Камал       1990—1991 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының пропаганда бюроһы директоры. 1991—2004 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының әҙәби тәнҡит бүлеге мөхәррире, Зәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында бүлек мөдире, 2005 йылдарҙа  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт мөхәрририәте мөдире булып эшләй.

1993 йылда повесть, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған «Бәлә» исемле тәүге китабы сыға, әҫәренең төп геройҙары –ауыл кешеләре, йәшәйештең, ғүмерҙең айышына төшөнөргә тырышыусы тынғыһыҙ шәхестәр. Ринат Камал XXI быуаттағы тәүге ун йыллыҡта нәшер ителгән романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш була.

Китап һөйөүселәрҙе ул «Ҡасыу», «Бәлә», «Кәрһеҙ ир», «Арыған кеше», «Ымһыныу» һәм  башҡа повестары, «Таня-Таңһылыу», «Оҙонтал», «Сабыр йән», «Әлфирә», «Шаңдау», «Һөйкөмлө һөйәк», «Ҡурай» романдары менән ҡыуандыра. Ижадында урын алған ҡатын-ҡыҙҙар самаһыҙ, сая, үткер, улар өсөн алтын уртаҡлыҡ юҡ. «Кеше драмаһы» Мәғҙән ауылында йәшәгән Ҡотлояр менән Бәхтейәрҙәр нәҫеленең XX быуаттағы һағышлы ла, ғибрәтле лә тарихы бәйән ителә.

Яҙыусы иң әүҙем ижадсыларҙың береһе, донъя күргән бер-бер артлы олпат, күләмле  романдарын әҙәбиәт һөйөүселәр көтөп ала.

Ринат Камал халыҡ рухын, уның күңелен үҫтереүсе шәхес, талымһыҙ ижад кешеһе.