12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Халыҡ уйындары- иң ҡиммәтле мираҫ»– уйын кисә

26 июнь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, китапхана янында ойошторолған «Ағинәйҙәр» берекмәһе менән берлектә балалар өсөн «Халыҡ уйындары- иң ҡиммәтле мираҫ»– исемле  халыҡ уйындары ойошторҙо.

Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алды­на баҫтырырға ярҙам итә. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ.

«Уйындарҙа- хәрәкәт, хәрәкәттә- бәрәкәт», тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән, ошо мәҡәләғә ярашлы  сараға килгән балалар һәм  «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре етеҙлекте, сослоҡто талап иткән «Йәшерәм яулыҡ», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Бар, улайһа, һин дә бергә ос!» – тип бөгөнгө көндә яратып уйнаған «Осто, осто» уйынын уйнанылар.

Башҡорт халҡының иң яратып башҡарған  йырлы – бейеүле уйындарының береһе «Наза» көйөнә йырҙың һүҙҙәрен йырлап,  Алһыу Юлдашбаева  ярҙамында бейеү хәрәкәттәрен өйрәнделәр.

Мәрйәм Хәйҙәрова  иғтибарлылыҡты,  ойошҡанлыҡты  тәрбиәләгән   «Алырмын ҡош, бирмәм ҡош» уйынын менән ҡыҙыҡһындырҙы.

Рәйсә Солтанова онотолоп барған татыулыҡ сифаттары тәрбиәлгән  халыҡ уйындарының береһе  «Көтөүсе» уйынының уйнау тәртибе менән таныштырҙы.

Уйындар балаларҙы күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн нығыта. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Үткәрелгән сарабыҙҙың төп маҡсаты булып торған  балаларға хәрәкәт талап иткән сарабыҙҙан балалар ҡәнәғәт булып ҡалдылар. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе.