12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби сара «Ижад даръялары тулҡынында»

Үҙәк  район китапханһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 1- се һанлы Аҡъяр  мәктәбенең көндөҙгө лагерҙа ял итеүсе балалар өсөн башҡорт халҡының милли геройы,  Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға  арналған «Ижад даръялары тулҡынында» исемле әҙәби сара үткәрҙе.

Салауат Юлаев – Ватанын, халҡын һөйгән һәр милләттәшебеҙ өсөн ҡаҡшамаҫ рух, илһөйәрлек символы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө, халҡыбыҙ күңелендә урын алған иң бөйөк шәхестәрҙең береһе. Уны данлап кемдәр генә шиғыр, йыр яҙмаған да, кемдәр генә сәсмә әҫәр, балет, опера, картина, фильмдар ижад итмәгән. Салауат Юлаевтың батырлығы менән башҡорт халҡы ғына түгел, илебеҙҙең бөтә халҡы ла ғорурлана.

Әҙәби  сарала уҡыусылар халҡыбыҙҙың милли батырының тормош юлы, ижады менән таныштылар. «Салават Юлаев» тураһында тарихи һәм документаль фильмдар  ҡаранылар. Презентация аша  яуғир, батыр, шағир, сәсән, ҡурайсы милли батырыбыҙ  тураһында белемдәрен арттырҙылар.

Милли батырыбыҙҙың  тормош юлы буйынса «Тыуған ерҙең мәшһүр улы» – тип аталған викторина һорауҙарына яуаптар бирҙеләр, китапхана хеҙмәткәрҙәре «Салауат- ил батыры» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһанылар.

Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ ҡаһарман булып һаҡлана. Илем, халҡым тип янған батырыбыҙ  күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр!