12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

 «Тәбиғәттә – мең дауа» тематик сара

4 июнь үҙәк район китапханаһында  «Сикһеҙ китапхана» ойошмаһы өсөн «Тәбиғәттә – мең дауа» исемле тематик сара үтте.

Йәнгә һәм тәнгә сихәт өҫтәгән, йәшәү көсө биргән иң  ҡәҙерле миҙгел айҙарында йәшәйбеҙ. Саф һауа танауҙы ҡытыҡлай, һутҡа тулышҡан йәшеллек күҙҙе иркәләй, ә наҙлы ҡояш кәйефте күтәрә. Тап ошо мәлдә шифалы үҫемлектәрҙе йыйып, ҡулланып ҡалырға тырышабыҙ, матур миҙгелдәрҙең илаһи мәлен ҡулдан ысҡындырмау һәр кемдең үҙенән тора.

Сара барышында мәғариф хеҙмәте ветераны Гөлбәҙән Моталова йылдар буйы ҡулланған, үҙ тәнендә тойған кесерткән, дегәнәк япрағының, бәпембә сәскәһенең  шифалы яҡтары тураһында һөйләне, нисек ҡулланырға кәрәклеген аңлатты. «Дауа – үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында», тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, үләндәр менән эш иткәндә лә «самаһын белһәң – дарыу, белмәһәң – ағыу» тигәнде оноторға ярамай, –  тип һүҙен йомғаҡлап ҡуйҙы ул.

Тырыш, үҙ күңеленә ятҡан шөғөл табыусы Мәрйәм Сурина шифалы үҫемлектәрҙән төнәтмә, дарыу майы, муйыл, бәпембә сәскәһе, лавр япрағы, тмин майы ҡушылған тәбиғи һабындар, ҡоро шампундар, косметик шыйыҡса лосьондар әҙерләй. Мәрйәм Таһир ҡыҙы халыҡ медицинаһы менән дә ныҡлы ҡыҙыҡһына. «Үҫемлектәр – ҡәҙерен белгән кеше өсөн сикһеҙ хазина. Һаулығыңды алдан ҡайғыртып, профилактика маҡсатында шифалы үлән сәйҙәрен, төнәтмәләрен самалап даими ҡулланһаң төрлө ауырыуҙар һеҙҙең ғаиләгеҙҙе урап үтәсәк. Хәҙер тәбиғи әйберҙәр торған һайын юғарыраҡ баһалана. Мәҫәлән, өй шарттарында эшләнгән һабындар зарарһыҙ, тирене ҡоротмай, тик сафландыра, йомшарта ғына», – тине ул.

Әүҙем, сәләмәт тормош алып барған Мәрйәм Хәйҙәрова ата-әсәйҙәренең яҙ һәм йәй айҙарында файҙалы үләндәрҙе нисек дөрөҫ итеп ҡулланыуҙары, сөйәл үләне, кесерткән, юл япрағы, әрем һәм башҡа дарыу үләндәренең шифаһы тураһында һөйләне

Сарала ҡатнашыусы һәр кем үҙе ҡулланып ҡараған, шифаһын тойған файҙалы үләндәр менән таныштырҙы, фекерҙәрен еткереп, кәңәштәрен бирҙеләр. Фәриҙә Арыҫланова үҙенсәлекле бәпембә балы, ҡарағай тубырсығы ҡайнатмаһынан ауыҙ иттерҙе. Был ҡайнатма йүткереп, тын юлдарына һалҡын тейеп ауырығанда бигерәк тә шифалы.

Артабан «Һаулыҡ – ҙур байлыҡ» исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар, яҙыусы, үләндәр менән дауалаусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв, Степан Злобин исемендәге премиялар лауреаты Рим Әхмәтовтың китаптары менән ҡыҙыҡһындылар, «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» исемле буклет алып ҡыуандылар.

Иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем тәбиғәттән алырға мөмкин булған байлыҡты файҙаланып ҡалырға тырышайыҡ. Файҙалы үләндәрҙе йыйыу әҙерләү тәртибен өйрәнеп, һәр осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү мөһим. Сәләмәт булайыҡ!