12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ҡомартҡылар һаҡлай иҫтәлектәр

30 май  үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапхана янында ойошторолған «Ағинәй» ҙәр менән берлектә, Хәйбулла районында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта тәрбиәләнеүселәренә «Ҡомартҡылар һаҡлай иҫтәлектәр» исемле сара үткәрҙе.

Ҡомартҡы ул – иҫтәлекле мираҫ. Күп ғаиләләрҙә быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡәҙерле ҡомартҡылар бар. Борондан ҡалған был әйберҙәр ғаилә тарихы, яҡындарыбыҙ хаҡында тере хәтер, йәшәү рәүеше шаһиттары.

Рухи ҡиммәттәрҙең  үҙ тарихы, үҙ яҙмышы бар. Йәш быуынды  тыуғандарынан  ҡалып әлегәсә һаҡланған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иҫтәлекле кейемдәре  менән Эльвира Бикбова һәм Фатима Кәримова  таныштырып,  хәтирәләр менән бүлештеләр. Башҡорт халҡының милли баш кейеме ҡашмау, һаҡал менән селтәр башҡорт халҡында киң таралған, әммә төбәктәренә ҡарап, төрлөсә биҙәлгән, беләҙек, көмөш йөҙөк, баҡыр  тинлектәр менән «Ағинәй» ҙәр йәш быуынды ҡыҙыҡһындырып, фәһемле фекерҙәрен еткерҙеләр.

Сараны дөйөмләп башҡорт халҡының иң боронғо музыка ҡоралдары ҡурай, ҡубыҙ  менән таныштылар. Халҡыбыҙ ҡурай моңо менән күңелен дә асҡан, ҡайғы-хәсрәттәрен дә баҫҡан, яуға ла сапҡан һәм әлбиттә беҙҙең халҡыбыҙ ҡурайҙы борондан киләсәк быуынға тиклем еткерергә тырышҡан. Бөгөнгө көндә лә ҡурай беҙҙең ир-егеттәребеҙҙең яратып уйнаған ҡоралдарының береһе, ошоно иҫбатлап Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Искәндәр Файзуллин ҡурайҙа  башҡорт халыҡ көйҙәре  «Байбулды» һәм «Һандуғас»  көйҙәрен башҡарҙы (етәксеһе Рифат Кускилдин).

Үткәрелгән сара иҫтәлекле ҡомартҡыларға иғтибар йүнәлтеү, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәтле.