12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

 «Әҙиптең яҡты донъяһы» китап күргәҙмәһе

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ  һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Шәриф Сәғәҙәтулла улы Бикҡолдоң тыуыуына 100 тулыуға арналған «Әҙиптең яҡты донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Шәриф Сәғәҙәтулла улы Биҡҡолов 1924 йылдың 28 майында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында тыуған.

1945 — 1949 йылдарҙа Шәриф Биҡҡол Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1949 йылдан Өфө театр техникумында уҡытыусы, уҡытыу эштәре мөдире була. 1952 йылда «Пионер» журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 1962 йылда ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе итеп һайлана, һуңынан йәнә «Пионер» журналына эшкә ҡайта.

1947 йылда уның «Ынтылыу» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. «Замандашым» тигән икенсе китабы уға шағир булараҡ ҙур танылыу килтерә. Шәриф Биҡҡол — утыҙлап китаптың авторы. «Әле йәшәйбеҙ икән » романы Ватан һуғышы ваҡиғаларын һүрәтләй.

Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән шағир. Уның барлыҡ тормош һәм ижад юлы илебеҙ тарихының данлы ла, көсөргәнешле лә булған бер осоро менән бәйле.

Шағир – донъяның әсеһен-сөсөһөн етерлек татыған аҡһаҡал булып бөгөн дә ижады аша хәтеребеҙ түрендә йәшәй. Уның аҡылы, тәжрибәһе, кәңәштәре тулы шиғри әҫәрҙәре бөгөнгө көн уҡыусыһы өсөн дә ҡиммәт.
Шағир үҙе фани донъяларҙа булмаһа ла, йырҙары эфир тулҡындарында яңғырай, шиғырҙары, поэмалары халҡы күңелендә йәшәй.