12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби сәғәт «Ғүмер бер генә»

 17 май үҙәк район китапханаһында 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 8 класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Ләйсән Закировна) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм, Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Динис Мөҙәрис улы Бүләковтың  тыуыуына 80 йыл тулыуға ҡарата «Читаем книги Диниса Булякова  акцияһында ҡатнашып  «Ғүмер бер генә» исемле  әҙәби сәғәт ойошторҙо.

Акцияның маҡсаты-халыҡтың төрлө категорияларын башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләковтың ижади мираҫына йәлеп итеү.

Әҙәби сәғәттә ҡатнашыусы һәр кем үҙендә илһөйәрлек, төлһөйәрлек сифаттарын тойҙо, илһам сығанағы, рух ныҡлығы менән ҡеүәтләнде.

Динис Бүләков тиҫтәләгән роман, повесть, хикәйәләр авторы. Талантлы әҙип заман уҡыусыһы менән йәнәшә атлай, уның эстетик зауығын иҫәпкә алып, әҙәби үҫеш тенденцияларын яҡшы тойоп, уңышлы ижад иткән.

Балалар, үҫмерҙәр өсөн яҙылған «Аҡбуҙ алышҡа сыға», «Упҡын ситендә бейеү», «Саған япраҡ яңырта», «Эҫе ҡар» йыйынтыҡтарына ингән повесть һәм хикәйәләре оҫта прозаикты бына тигән балалар яҙыусыһы итеп тә танытты. Мажаралы мотивтар, көтөлмәгән хәлдәр әҫәрҙәренең оригиналлеген көсәйтә.

Әҙәби сәғәттә уҡыусылар Динис Бүләковтың ижады менән төплө таныштылар, «Упҡын ситендә бейеү» әҫәре менән яҡындан танышып анализ яһанылар.

Шулай уҡ әҫәрҙә гүзәллекте танып белергә, ҡайһы саҡ хаталар аша булһа ла ыңғай тәжрибә тупларға өйрәнделәр, намыҫлы үҙ – ара ярҙамлашып, матур йәшәү өлгөләренән һабаҡ алдылар.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Ихлас тойғолар» исемле китап күргәҙмәһе аша «Ғүмер бер генә», «Туҙҙырылған тамуҡ», «Шарлауыҡ»,  йыйынтыҡтарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу  уятты. Яҙыусының һәр әҫәрендә талапсанлыҡ, ғәҙеллек, йәшәйештең мөһим мораль – әхлаҡи мәсьәләләрен күтәрә. Үҫмерҙәргә хас йәнле йор тел менән, ваҡиғалар барған мөхитте белеп, аңлап һүрәтләй әҙип.