12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Күренекле яҡташыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың «Йәнйегет мажаралары» исемле китабына презентация

7 май балалар моделле китапханаһында 2-се, 3-сө һанлы Аҡъяр урта мәктәптәренең 8 класс уҡыусылары өсөн һәм Әбүбәкер мәктәбе уҡыусылары өсөн, 8 май көнө 3-се һанлы Акъяр полилингваль күп профелле мәктәбендә һәм Татыр-Үҙәк мәктәбендә яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатованың «Йәнйегет мажаралары» исемле китабының презентацияһы ойошторолдо.

Талантлы яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың ижады күп ҡырлы. Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр, өлкән быуын уҡыусылары өсөн һәммәһенә берҙәй, милли рухлы, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, фәһемле әҫәрҙәр ижад итә ул. Милләтебеҙҙең мәртәбәһен күтәреүсе абруйлы яҡташыбыҙҙың уҡыусылар өсөн яҙған «Иң тәмле китап», «Хәйерле иртә», «Харис+кирамат донъя», «Йәнйегет мажаралары» һәм башҡа әҫәрҙәре балаларҙы ҡыҙыҡлы сәйәхәткә илтә.

«Йәнйегет мажаралары» геройҙары төрлө көлкөлө хәлдәргә, ҡаршылыҡтарға тарыйҙар, шулай ҙа, шуға ҡарамаҫтан улар бирешмәйҙәр, ауырлыҡтарҙы еңергә, ныҡлы, төрлө ауырлыҡтарҙы еңергә, ныҡышмал булырға өйрәнәләр. Бигерәк тә уҡырға, белемле булырға тырышалар.

Әҙип китап хаҡында ғына түгел, әҙәбиәткә, мөхәббәткә, көнкүрешкә, телде һаҡлау, милли мәҙәниәтте үҫтереү, тарихҡа бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Шулай уҡ, Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы хәҙерге заманда ниндәй сифаттарға эйә булыу мөһимлеге тураһында кәңәштәр бирҙе. Уҡыусыларҙы ҡыйыу, әүҙем, тырыш булырға саҡырҙы. Уңышлы булыу өсөн һәр ваҡыт юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яҙыусы менән осрашыуға уҡыусыларҙың да етди әҙерләнгәне күренде: китапҡа ингән әҫәрҙәргә ҡағылышлы һорауҙар бирҙеләр. Беҙ яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең геройҙарын тыуҙырған әҙип менән осрашыу, уларҙың хәҙерге ваҡытта ниҙәр ижад итеүе, ниндәй уй-хыялдар менән яныуын белеүе һәр кемгә ҡыҙыҡлы булды. Осрашыуҙың йәнле һөйләшеү, аралашыу рәүешендә үтеүе уны ҡыҙыҡлы ла итте.

Осрашыу аҙағында Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова Фәрзәнә Аҡбулатоваға илһамлы әҙәби сара өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Яңы китабының ҡотло, оҙон ғүмерле һәм уҡымлы булыуын, яҙыусыға иҫәнлек, ижад сәме һәм тәме, ишле уҡыусылар теләп, һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе.

Әйткәндәй, Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль менән «Кәрәҙ» театры (етәксеһе Ләйсән Йәнйегетова) «Йәш таланттар – 2023» Бөтә Рәсәй конурсы еңеүсеһе тип табылды, шуға күрә Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы менән осрашыуға улар икеләтә шат булдылыр.